Журналыбыҙ дуҫтары менән көслө

Был мәлдәрҙә Өфөлә Совет майҙаны lll Халыҡ-ара китап йәрминкәһе менән гөрләй!

Журналыбыҙ дуҫтары менән көслөЖурналыбыҙ дуҫтары менән көслө
Журналыбыҙ дуҫтары менән көслө
"Башҡортостан Республикаһы" нәшриәт йорто үҙенең уҡыусылары өсөн өсөнсө йыл рәттән "Китап байрам"ында яҙылыу кампанияһы ойоштора.
 
Шулай, бөгөн иртә менән "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналы үҙенең беренсе яҙылыусыларын ҡаршы алды ла инде.
 
Филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты доценты, башҡорт филологияһы факультеты деканы, журналдың даими авторы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналына 2025 йылдың икенсе яртыһына яҙылып та ҡуйҙы!
 
Байрамға килеп, журналыбыҙҙы подписка менән күтәрмәләп ебәреүегеҙ бик яҡшы аҙым булды! Эштәрегеҙ һәр саҡ уң булһын!
 
 
Журналыбыҙ дуҫтары менән көслө
Журналыбыҙ дуҫтары менән көслө
Автор:Альфия Сагитова
Читайте нас