Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
5 Июнь 2025, 11:52

"Еңеү менән ҡайтасаҡ!..."

2025 йыл - Ватанды һаҡлаусылар йылы

"Еңеү менән ҡайтасаҡ!..."
"Еңеү менән ҡайтасаҡ!..."

Р.Ә. АБУТАЛИПОВА, филология фәндәре докторы, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, 

Рәсәй Федерацияһының юғары һөнәри белем биреү буйынса почетлы хеҙмәткәре, Бапшҡорт дәүләт университетының почетлы хеҙмәткәре,

БР һәм РФ Яҙыусылар союздары ағзаһы

 

Яугирҙарға хат яҙабыҙ

 

Бөгөн ҡыҙҙар тынып ҡалған,

Шып-шым малайҙар –

Яугир атай, ағайҙарға

Хат яҙа улар!

 

Уҡытыусы Айгөл апай

Әйтте бер аҙҙан:

– Барығыҙ ҙа хатығыҙҙы

Бик һәйбәт яҙған!

 

Ана, хатта Ваһаптың да

Юҡ бер хатаһы –

МХО-ла батыр яугир

Уның атаһы.

 

Һалдат улы шулай була,

Афарин, Ваһап!

Хәҙер бөкләгеҙ яҙыуҙы

Өсмөйөш яһап.

 

Хатығыҙҙы рәхмәт әйтеп

Уҡыр һалдаттар.

Һеҙҙең теләктәр уларҙы

Бәләнән һаҡлар!

 

 

Беҙҙең Армия

 

Беҙҙең Армия

Ныҡлы ҡоростан,

Сөнки ул бик күп

Яуҙа сыныҡҡан.

 

Яуыз фашистың

Юлдарын быуған,

Берлинға тиклем

Дошманды ҡыуған.

 

Афғанда булған

Ике олатай.

Хеҙмәт иткәндәр

Ағай һәм атай.

 

Һалдатта булыу

Минең дә бурыс!

Тағып та алдым

Билемә ҡылыс.

 

Олатай әйтә:

– Афарин, Юныс!

Һин һаҡта торғас

Илебеҙ тыныс.

 

 

Атайымдың һүҙен тотам

 

Атай МХО-ға китте.
Ил именлеген яҡлай.

Беҙҙең тыныслығыбыҙҙы

Дошмандарҙан ул һаҡлай.

 

Оҙатҡанда атай миңә

Ҙур ышаныс күрһәтте,

Ҡыҫып ҡосаҡлап һөйҙө лә

Ошондай һүҙҙәр әйтте:

 

  • Әсәйеңә бул ярҙамсы,

Ауыр сағында – терәк.

Һеңлеләреңде ташлама,

Уларға һин бик кәрәк.

 

Изге аманатым, улым,

Онота күрмә бер ҙә,

Мин ҡайтҡансы булаһың бит

Берҙән-бер ир-ат өйҙә!

  

Атайымдың һүҙен тотам,

Йортта мин хужа хәҙер,

Игеҙәктәрҙе көн буйы

Ҡарап торорға әҙер!

 

Баҡсала түтәл яһайым,

Алып бәләкәй көрәк.

Аҡбайға ла ваҡытында

Ашарға бирер кәрәк.

 

Ир-ат булғас, иламайым

Ҡыйын булһа ла ҡай саҡ.

Атайым бит оҙаҡламай

Еңеү менән ҡайтасаҡ!

 

Күтәреп аласаҡ мине,

Унан күктәргә сөйөр:

– Һай минең улым, бөркөтөм,

Таянысым һин, тиер!

 

Бик тырышам, мин дә үҫкәс

Батыр һалдат булырмын.

Кәрәк булһа, атай кеүек

Ил һағына торормон!

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас