Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
5 Июнь 2025, 10:42

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Дмитрий Маликовтың да килеүе көтөлә

II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар фестиваленә күптәрҙең яратҡан йырсыһы Дмитрий Маликовтың да килеүе көтөлә.

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Дмитрий Маликовтың да килеүе көтөлә
Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Дмитрий Маликовтың да килеүе көтөлә

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн Өфөнөң Совет майҙанында "Әйҙә уйнарға!" II Бөтә Рәсәй фестивале старт ала.

Көн һайын төрлө майҙансыҡтарҙа мауыҡтырғыс уйындар, оҫталыҡ дәрестәре һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар ойоштороласаҡ.

Төп сәхнәлә иһә кис һайын "Тыныс йоҡо, кескәйҙәр" телетапшырыуын ҡарарға мөмкин буласаҡ. Бәләкәстәргә бик оҡшар, моғайын. Филя, Хрюша, Степашка һәм Каркушаны үҙ күҙҙәре менән күрәсәктәр бит! Ә 8 июндә тапшырыуҙы Рәсәйҙең халыҡ артисы, йырсы Дмитрий Маликов алып барасаҡ. Бик сағыу тамаша булмаҡсы.

"Әйҙә уйнарға!" фестиваленең төп маҡсаттарының береһе – атай-әсәйҙәрҙе һәм балаларҙы Рәсәй сәнәғәтселәре сығарған уйынсыҡтар, уйындар менән таныштырыу. Улар илебеҙ геройҙарын сағылдыра һәм балаларҙы илһөйәр итеп тәрбиәләргә ярҙам итә, изге күңелле булырға өйрәтә.

Фестивалдең "Фронт асылмаһы" акцияһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға хат яҙыу, асылмалар эшләү ойоштороласаҡ. Шулай уҡ "Уйынсыҡ бүләк ит" хәйриә акцияһы ла үтәсәк.

Уйынсыҡтар, уйындар күргәҙмәһе, спорт уйындары, квиздар, сәнғәт йондоҙҙары сығыштары, балалар спектаклдәре... Дүрт көн буйы барған фестивалдә күңелле буласаҡ. "Әйҙә уйнарға!" каникулдың сағыу ваҡиғаһы булып иҫтә ҡаласаҡ, килегеҙ, күрегеҙ, ҡатнашығыҙ, дуҫтар!

Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Дмитрий Маликовтың да килеүе көтөлә
Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Дмитрий Маликовтың да килеүе көтөлә
Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Дмитрий Маликовтың да килеүе көтөлә
Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Дмитрий Маликовтың да килеүе көтөлә
Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Дмитрий Маликовтың да килеүе көтөлә
Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас