Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
5 Июнь 2025, 11:41

Телебеҙҙең яҙмышы һеҙҙең ҡулда!

Апрель айында  Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында педагогик йүнәлешле юғары һәм урта профессиональ белем  биреү уҡыу йорттары студенттары араһында  һөнәри оҫталыҡ конкурсы ойошторолдо.   Был мәртәбәле конкурста маҡсатлы, эшһөйәр, үҙҙәренә һәм буласаҡ һөнәрҙәренә талапсан ҡараған 16 студент ҡатнашты. Ике көн дауамында улар Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт ҡала гимназияһында дәрестәр үткәрҙе, «иң яҡшы теоретик» конкурс этабын үтте. Шулай уҡ уларҙың «Буласаҡ уҡытыусы медиавизиткаһы» баһаланды. Артабан студенттар «Педагогик ринг»та көс һынашты. Улар сәғәт ярым эсендә республиканың күренекле тел белгестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре әҙерләгән һорауҙар буйынса фекер алышты, үҙҙәренең тел оҫталығын, фекерләү ҡеүәһен, мәғариф өлкәһендәге яңылыҡтарҙан хәбәрҙар булыуын күрһәтте. ««Әсә теле» Республика конкурсы студенттар һәм йәштәр араһында башҡорт телен популярлаштырыуҙа мөһим роль уйнай. Беҙ туған телгә һәм мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныуҙың арта барыуын күрәбеҙ, студенттарҙың үҙ  проекттарында креативлыҡ һәм энтузиазм күрһәтеүенә шатланабыҙ. Жюри конкурста ҡатнашыусыларҙың әҙерлек кимәлен юғары баһаланы һәм уларҙың башҡорт телен үҫтереү, һаҡлап ҡалыу буйынса ихлас ҡыҙыҡһыныуҙарын билдәләне. Бындай ынтылыш туған телебеҙҙең  йәшәйәсәге һәм үҫәсәге хаҡында һөйләй!» – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды конкурстың ойоштороусыһы, башҡорт филологияһы факультеты деканы Л.М. Хөсәйенова. Сараны йомғаҡлауҙа М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыларынан тыш, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы, З. Биишева исемендәге Башҡортостан китап нәшриәте вәкилдәре ҡатнашты. Студенттарға дипломдар, маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.    М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 3-сө курс студенты Хоҙайбиргәнова Гөлназ һәм Белорет педагогия колледжы студенты Ғәлимова Фаягөл абсолют еңеүселәр тип табылды. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының махсус бүләге - Маҡтау грамотаһы «Иң яҡшы дәрес» номинацияһында еңеүсе Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Буранбаева Зилиәгә һәм М. Аҡмулла исемендәге колледж студенты Ишбирҙина Сөмбөлгә тапшырылды.  

Телебеҙҙең яҙмышы һеҙҙең ҡулда!
Телебеҙҙең яҙмышы һеҙҙең ҡулда!

Сәлмән Яҡуповтың «Ҡарабаш турғай» хикәйәһен өйрәнеү

(VI класс)

 

Г.М.  ХОҘАЙБИРГӘНОВА, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты башҡорт филологияһы факультетының III курс студенты, “Әсә теле – 2025” конкурсы еңеүсеһе

 

Маҡсат. Хикәйәнең йөкмәткеһен анализлау, телмәр үҫтереү

Бурыстар. С. Яҡуповтың тормошо һәм ижады тураһында мәғлүмәт биреү,  әҫәрҙе аңлы рәүештә уҡыу, йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙың телмәр оҫталығын, ижади һәм фекерләү һәләттәрен үҫтереү; ҡоштарға ярҙамсыл, иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, таҡта, презентация, таратма материалдар, ҡоштар һүрәте, тағараҡ, башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.

 

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле. (Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация тыуҙырыу.)

– Хәйерле көн, уҡыусылар! Балалар, ә һеҙ бөгөн иртәнсәк торғас, тәҙрәгә ҡаранығыҙмы? (Уҡыусыларҙың яуаптары.) Ҡараһағыҙ, моғайын, ҡарабаш турғайҙы күрер инегеҙ, сөнки, ҡарабаш турғай тәҙрәгә туҡылдатһа, ҡунаҡ килә, ти торғайны өләсәйем. Бына бит бөгөн беҙгә күпме ҡунаҡтар йыйылған.

– Шулай итеп, бөгөн беҙ ниндәй ҡош тураһында һөйләшербеҙ икән? (Ҡарабаш турғай тураһында.)

– Эйе, әлбиттә, ҡарабаш турғай. 1 апрелдә Бөтә донъя ҡоштар көнө билдәләнә. Ә бына ҡарабаш турғай көнө барлығы тураһында белә инегеҙме? (Уҡыусыларҙың яуаптары.) 

Иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, балалар,  12 ноябрҙә Ҡарабаш турғай көнө билдәләнә. Уның үҙенең тарихы ла бар. Был экологик байрам Рәсәй ҡоштарҙы һаҡлау союзы тарафынан булдырыла. Был көндә кешеләр беҙҙең яҡта ҡышларға ҡалған ҡоштарҙы ҡаршыларға әҙерләнә, сөнки улар, һалҡындар башланыу менән, кешеләр йәшәгән ерҙәргә яҡыныраҡ килә. Ҡарабаш турғайҙар өсөн ҡабаҡ һәм көнбағыш еме, туң май һалынған тағараҡтар эленә. Халыҡ һынамыштары буйынса, ҡарабаш турғайҙар күмәкләп кешеләр йәшәгән ерҙәргә осоп килһә, тиҙҙән ҡаты һалҡындар башланасаҡ. Ҡоштар, ана шул һалҡындарҙы һиҙеп, кешеләрҙән ярҙам эҙләп, уларға яҡыная икән.

  • Һүҙ байлығын арттырыу. Телмәр үҫтереү. Кроссворд.

Әйтелешендә ҡ өнө булған ниндәй ҡош исемдәрен беләһегеҙ? Кроссвордҡа иғтибар итегеҙ. Йомаҡтарҙы сисһәгеҙ, һорауҙың яуаптарын табырһығыҙ.

Вертикаль буйынса:

  1. Урман докторы(тумыртҡа)
  2. Бар белгәне «ҡар!» ҙа «ҡар!»

    Бер туҡтауһыҙ ҡар даулар.

Ниндәй ҡош мохтаж ҡарға?

Ни булһын инде ... (ҡарға).

  1. Айырып булмай был ҡоштоң

    Исемен есеменән.

    Һоҡландыра бөтәһен дә

    Аҡтан аҡ төҫө менән. (Аҡҡош.)

Горизонталь буйынса:

  1. Ҡыйыҡ башына йорт ҡуйҙым,

    Ишек-тәҙрәһе асыҡ.

    Яҙҙар еткәс, ҡайтып керҙе

    Ошо йортҡа ... (сыйырсыҡ).

  1. Һүрәттәге ҡош  (аҡсарлаҡ)

 

 

 

  1. Үтелгәнде ҡабатлау.

– Һеҙгә өйҙә «Ҡарабаш турғай» әҫәрен уҡып килергә ҡушылғайны. Әҫәрҙең жанрын билдәләгеҙ. (Хикәйә.)

– Дөрөҫ, ә йөкмәткеһен нисек үҙләштереүегеҙҙе дәрес барышында тикшерербеҙ.

  1. Әҫәр йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

А. Хикәйә авторы тураһында мәғлүмәт биреү (презентацияла портреты).

Сәлмән Яҡупов – шағир, яҙыусы, драматург, уҡытыусы, Булат Рафиҡов исемендәге премия лауреаты. Ул Мәләүез районының Аҫҡы Таш ауылында тыуып үҫкән. Бала саҡтан рәссам булырға хыялланған. Өфө сәнғәт институтының театр бүлеген тамамлаған, тыуған районы Мәләүезгә  ҡайтып, театр булдырған. Уның бөтәһе алты китабы, балалар өсөн өс китабы баҫылып сыҡҡан.

Б. Һүҙлек эше.  Ҡоштабаҡ – аш-һыу өсөн ҡулланылған киң йәйеңке ситле, уртаса ҙурлыҡтағы табаҡ; сәп – тоҫҡап атыр өсөн ҡуйылған билдә, мәрәй; тағараҡ – ҡош-ҡортҡа ем һала торған аҫмалы ҡулайлама. (Һүҙлектән аңлатма бирелә, һүрәттәре күрһәтелә.)

В. Хикәйәнең образдар системаһына анализ.

 Хикәйәнең төп геройҙары кемдәр? (Абдулла, Самат ағай, автор.)

 Малайҙар менән тәүге танышыу нисек башланды? Хикәйәнең башында малайҙар ни эшләй? (Улар ҡарабаш турғайҙарға ата.)

  • Тасуири уҡыу.

Ошо турала уларҙың һөйләшеүен хикәйәнән табығыҙ. Өҙөктө ролләп тасуири итеп уҡыйыҡ. (Уҡыусылар ролдәргә бүленеп, өҙөктө тасуири уҡый.)

– Һеҙ уларҙың был ҡылығын нисек баһалайһығыҙ? (Әлбиттә, тиҫкәре баһалайбыҙ. Ҡоштарға атырға ярамай. Улар кешеләр янына ярҙам эҙләп килә.)

– Хикәйәнең аҙағында малайҙарға ҡарашығыҙ үҙгәрҙеме? Ни өсөн? (Эйе, ҡараш үҙгәрҙе, сөнки улар үҙҙәренең хаталарын аңланы: ҡоштарға ауыр ваҡытта ярҙам итте, тағараҡтар эшләп элделәр, ем һалдылар.)

– Ҡоштарға тейергә ярамай, уларҙы һаҡларға, ярҙам итергә кәрәклеген малайҙарға кем аңлатты?  (Самат ағай.)

  • Һайланма уҡыу.

– Ошо турала хикәйәнең ҡайһы өлөшөндә әйтелә? Шул өҙөктө табып, тасуири итеп уҡыйыҡ. (Уҡыусылар өҙөктө таба, уҡый.)

  • Үҙ аллы парлашып эшләү.

Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙ. Башҡорт халыҡ ижадында ҡоштар тураһында мәҡәлдәргә ярайһы ғына урын бирелә. Һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар, унда мәҡәлдәрҙең яртыһы буталған. Дөрөҫ итеп тоташтырырға кәрәк. Парлашып эшләйһегеҙ.

Аҡыллы ҡош ҡанатын һаҡлай,                  ҡанатһыҙ ҡош

Ғилем – ҡош,                                                 кеше дуҫлыҡ менән көслө.

Ҡош ҡанат менән,                                       аҡыллы кеше һүҙен һаҡлай.

Һөнәрһеҙ ир –                                              аҡыл – ҡанат.

Дөрөҫ яуаптар:

Аҡыллы ҡош ҡанатын һаҡлай, аҡыллы кеше һүҙен һаҡлай.

Ғилем – ҡош, аҡыл – ҡанат.

Ҡош ҡанат менән, кеше дуҫлыҡ менән көслө.

Һөнәрһеҙ ир – ҡанатһыҙ ҡош.

  • Тикшереү:Һәр мәҡәлде бер уҡыусы уҡый, ҡалғандар тикшерә. Афарин, уҡыусылар, мәҡәлдәрҙе дөрөҫ тоташтыра алғанһығыҙ!
  • Хикәйәнең йөкмәткеһен һөйләтеү.

– Самат ағай хикәйәлә малайҙарға ниндәй ғибрәтле ваҡиға тураһында һөйләй? Ошо турала ҡыҫҡаса ғына һөйләргә кәрәк. Бер уҡыусы башлай, икенсегеҙ дауам итә.

  1. Рефлексия

– Автор хикәйәлә нимә әйтергә теләй? Һеҙгә хикәйә оҡшанымы? Ул беҙҙе нимәгә өйрәтте?

  1. Баһалау.

Бөгөн дәрестә бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап биргәндәргә афарин, «бишле»! (Әүҙем ҡатнашҡандарҙы билдәләй.)  

  1. Йомғаҡлау.

Элек-электән кешеләр ҡоштар донъяһы менән ҡыҙыҡһынған, улар һымаҡ бейек осорға, моңло итеп йырларға хыялланған. Шуға ла оҫта йырсыны һандуғасҡа, ҡыйыу ир-егетте бөркөткә, һылыу ҡыҙҙарҙы ҡарлуғасҡа тиңләгәндәр. Әйҙәгеҙ, ҡоштарыбыҙға иғтибарлы булайыҡ, уларға ярҙам итәйек, һаҡлайыҡ!

  1. Өйгә эш.
  2. «Ҡоштар – беҙҙең дуҫтар» темаһына мини-инша яҙырға. 2. Ҡарабаш турғай тураһында мәғлүмәт әҙерләргә. 3. Хикәйәнең йөкмәткеһе буйынса план төҙөп, план буйынса һөйләргә әҙерләнергә. (Һайлап эшләргә.)

 

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас