Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
5 Июнь 2025, 11:24

Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ

Ғ.М. ФӘЙЗУЛЛИНА, Ишембай ҙалаһының, Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты уҡытыусыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы

Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ
Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ

Ишембайҙағы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатында икенсе йыл рәттән «Шайморатов уҡыуҙары» уҡыусыларҙың фәнни-ғәмәли конференцияһы үткәрелә. Йәш эҙәрмәндәр «112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙ», «Исемдәре – Бөйөк Еңеү тарихында», «Бер фотоһүрәт тарихы»,  «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы»,  «Ишембай районының тәбиғи һәм мәҙәни мираҫы», «Тоғролоҡ. Батырлыҡ. Бурыс» (ижад секцияһы) тип исемләнгән тематик йүнәлештәрҙә эшләйҙәр. Фәнни эштәр секцияларында ҡатнашыу менән бер рәттән, уҡыусылар үҙҙәрен таҫыллыҡта, мәргәнлектә һынап ҡарайҙар. Көслөләр өсөн – көрәш, мәргәндәр өсөн уҡ атыу турнирҙары, интеллектуалдар өсөн Шайморатов генералдың героик яҙмышы һәм хәрби юлы буйынса командалар араһында «Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ» тип исемләнгән «Үҙ уйының»  (телевизион уйын форматында)  үткәрелә.

  Конференцияны асыу һәм ябыу өлөштәре тантаналы сара булараҡ, юғары рухта ойошторола. Һеҙҙең иғтибарға «Шайморатов уҡыуҙары»н асыу тантанаһының сценарийын тәҡдим итәбеҙ. Сценарийҙың авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Фәйзуллина Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы. 

 Урал тауҙарының һырттары фонында сәхнәлә 3-4 урында аҡ елән ябынған егеттәр ята (Ер, Урал тауы, «төньяҡ амурҙары» рухы). Экранда – Бөйөк Ватан һуғышы башланған мәлдән кадрҙар. «Изге һуғыш» йыры. Бомбалар шартлаған, самолеттар осҡан тауыштар.)

 Диктор тауышы:

«1941 йылдың 13 ноябрендә Өфө Мәскәүҙән ошондай телеграмма ала: «БАССР хеҙмәтсәндәренең теләген хуплап, Дәүләт оборона комитеты Башҡортостанда ашығыс рәүештә ике – 112-се һәм 113-сө Башҡорт кавалерия дивизияһы төҙөргә рөхсәт ителә. Милли атлы дивизия ойоштороу Миңлеғәле Шайморатовҡа йөкмәтелә». Сталиндың «Башҡорт атлы дивизияһы төҙөү» тигән ҡарары сығыу менән Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә һыу һөлөгөндәй ир-егеттәр атҡа атлана…

(Күк күкрәгән тауыш көсәйә. Урал тауы, Рухтар тертләй – «дер һелкенә»)

Диктор тауышы:

Дер һелкенде Урал...

Ҡарт айыуҙар

Үкереп торҙо ятҡан еренән.

Арғымаҡтар кешнәп ебәрҙеләр,

Ҡындан ҡылыс һурҙы егеттәр... (Аттар кешнәгән тауыш ишетелә.)

(Тамашалар залының ишеге асылып китә. Унан бер төркөм һалдаттар килеп инә. Уларға залдың икенсе яртыһының төрлө мөйөштәренән һалдаттар ҡушыла.)

Урал тауышын ишетеп,

Улар килде

Ирәндектән, Әйҙән, Һаҡмарҙан,

Ашҡаҙарҙан, йәмле Ағиҙелдән...

Һәм баҫтылар тигеҙ сафтарға.

(Һуңғы юлдарға улар теҙелеп бөтә, Шайморатов команда бирә.)

Шайморатов. Взвод! Равняйсь! Смирно! В две шеренги становись!

(Взвод марш менән сәхнәгә  үтә. Сәхнә алдына еткәс, яңы команда яңғырай.)

– Стой! Раз, два. Равняйсь! Смирно!

Бөгөндән башлап һеҙ – Башҡорт атлы дивизияһының кавалеристары! Әҙерлекте бөгөн үк башлайбыҙ!

Егет. Аңлашылды!

Шайморатов. Аңлашылды түгел – есть!

Беренсе егет. Есть, иптәш! (Ҡалған егеттәр көлөп ебәрә.)

Шайморатов. Разговорчики в строю! Иптәш түгел – иптәш полковник!

Икенсе егет. Есть, иптәш полковник!

Шайморатов. Яҡындарығыҙ менән хушлашырға 15 минут ваҡыт бирелә.

(Ир-егеттәр һөйгән  ҡыҙҙары, ҡатындары эргәһенә йүгерәләр.)

1-се сәхнә. Ә. Лотфуллиндың «Хушлашыу» картинаһына оҡшаған һын (һүҙһеҙ.)

2-се сәхнә. Аҡ күлдәктәге йәш ҡыҙ менән һалдатҡа алынған егет (өҙөлөп ҡалған туй), күмәк хушлашыусылар араһынан бер-береһен табышып, ҡосаҡлашып, ҡатып ҡалалар..

3-сө сәхнә. Йәш ҡатын, йүгереп барып, ирен ҡосаҡлап ала. Илай.

Ир. Илама, Йәнбикә. Мин тиҙ ҡайтырмын.

Ҡатын. Юлай, ҡурҡам мин. Ҡурҡам...

Ир. Ҡурҡма. Берүк үҙеңде һаҡла. Улыбыҙ тыуһа, Салауат тип  исем ҡуш... Салауат кеүек батыр булырға тейеш минең улым!

Йәнбикә, илап, башын Юлайҙың яурынына һала. Улар эргәһенә, төргәк тотоп, Әсәй килә.

Әсәй. Илама, килен. Ирҙәрҙе һуғышҡа илап оҙатыу – килешкән эш түгел. Ил өҫтөнә килгән бәлә. Ныҡ булырға кәрәк. (Улына ҡарап)

– Йә, улым, ошо икмәкте тешлә. (Улына икмәк һынығы һона. Улы, икмәкте тешләп, ҡалғанын әсәһенә кире бирә.)

Ҡалған ризығың һине саҡырып ятһын, улым, ҡайтҡас ашап бөтөрһөң. Иҫән-һау ҡайтырға яҙһын.  

Ул. Мин тиҙ ҡайтырмын, әсәй.

Әсәй. Тиҙ ҡайтһаң, ни әйттең дә бит... Һуғыш бит, улым... Һуғыш...

4-се сәхнә. Ер-Әсә Рухы (залдан сыға, һалдаттар араһынан үтеп, һәр береһенең яурынына ҡағылып, Ер-Әсәнең приказын уҡый.)

Иллеләге инәңде

Хур итмәһендәр, тиһәң;

Кәүҙәһен утта көйҙөрөп,

Көл итмәһендәр, тиһәң, –

Үлтер, улым, яуызды!

Үлтер, улым, яуызды!

Алтмыштағы атаңды

Ҡол итмәһендәр, тиһәң;

Тарамышын тарттырып,

Ер итмәһендәр, тиһәң, –

Үлтер улым, фашисты!

Ултер улым, фашисты! (Күк күкрәгән тауыш)

5-се сәхнә. (Залдан сәхнә яғына, ҡулына ҡылыс тотоп, бер ҡарт үтә.

Шайморатов кавалеристарға, ҡулы менән ымлап, теҙелергә команда бирә.)

Ҡарт. Уландар!  Атай-олатайҙарығыҙ исеменән һүҙ әйтергә рөхсәт итегеҙ...

Шайморатов. Беҙ һеҙҙе тыңлайбыҙ, олатай!

Ҡарт. Беҙҙең халыҡ бер ваҡытта ла дошманға баш эймәне, башын һалһа – һалды, әммә үҙенең азатлығын, тыуған ерен бирмәне.   Бөгөн Тыуған илебеҙҙе һаҡлау бурысы – һеҙҙең намыҫығыҙҙа, уландар!.. Беҙҙең һүҙебеҙ – Тыуған ил һүҙе, тыуған тупраҡ һүҙе ул. Ер-Әсә һүҙе...

(Ҡарттың һүҙен күк күкрәгән тауыш бүлдерә. Урал тауы тертләй, Рухтар тороп баҫа.)

1-се рух. 

Дошман килһә, ерҙәреңде тартып алыр,

Тауҙарыңа, һыуҙарыңа бығау һалыр.

Илең бөтөр, иркең бөтөр, ниең ҡалыр? –

Шул дошманды ҡырмайынса ҡайтма, улым!

Һемәйтер ул һикһәндәге ҡарт атаңды,

Бил бөктөрөп, ҡол яһар ул ҡарт әсәңде,

Телен ҡырҡып, һүҙһеҙ итер бар сәсәнде, -

Шул дошманды ҡырмайынса ҡайтма, улым!

(Урал батыр рухының һуңғы һүҙҙәренә ҡалғандары 1-се рухтың ике яғына килеп баҫалар, яурынына ҡулдарын һала.)

Бөтәһе бергә.

Дошман килһә, илең бөтөр, иркең бөтөр,

Шул дошманды ҡырмайынса ҡайтма, улым!

(Ҡарт ҡылысын Шайморатовҡа һуҙа.)

Ҡарт. Улым, бына һиңә Урал  ҡоросонан ҡойолған алмас ҡылыс — атай-олатайҙар ҡоралы. Уны һин халҡыбыҙҙан аманат итеп ҡабул ит. Тыуған еребеҙҙе дошман аяҡтары тапамаһын! (Бөтәһенә лә ҡарап мөрәжәғәт итә.)

  Уландар, халҡыбыҙ намыҫына тап төшөрмәгеҙ! Еребеҙҙе күҙ ҡараһылай һаҡлағыҙ!

Шайморатов (ҡылысты ҡулына алып). Урал егеттәре Урал ышанысын аҡлар. Кавалеристар (бөтәһе бергә). Салауат тоҡомдары сигенә белмәй!

Шайморатов (ҡылысын ҡынынан һурып сығарып, өҫкә күтәрә). Кавалеристар! Аттарға-а-а!

 (Егеттәр, ҡыҙҙары менән хушлашып, йүгереп сығып  китәләр. Егеттәрҙең береһе, йүгереп килеп, улын һауаға сөйә. Сығып барғанда, артына әйләнеп: «Улымды һаҡла, Йәнбикә, улымды һаҡла!», икенсеһе: «Беҙ ҡайтырбыҙ!», – тип ҡысҡыра. Һалдаттарҙы оҙатыусылар, улар артынан ишеккә табан атлай.

Артабан:  «Ҡайынлыҡҡа еттеләр», «Оло юлға төштөләр», ҡарт әсәнең: «Иҫән-һау ғына әйләнеп ҡайтығыҙ!», ил ҡартының «Еңеп ҡайтығыҙ, уландар!» тигән тауыштары.  Барыһы ла ҡул болғай.)

(Экранда – Башҡорт атлы дивизияһының һуғыш яланында сабып барғаны, һуғыш кадрҙары.)

Алып барыусылар (сәхнә артында). 

– Батырҙарҙың даны алдан ҡайта,

Үҙе ҡайта яуҙар баҫылғас...

Миҙал булып ҡайтты батырыбыҙ,

Өфө ҡапҡалары асылғас.

Герой булып ҡайтты!

Улдарының
Күкрәгендә йәшәй әле ҡуҙ!

Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ Батыр,

Тыуған илкәйеңә түрҙән уҙ!

(Кавалеристар сығып киткән ишектән «Шаймортатов генерал» йыры менән йәш шайморатовсылар килеп инеп, сәхнәгә күтәрелә.  Экранда – Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында видеофильмдан өҙөктәр. Йыр тамамланыуға йәш шайморатовсылар,  икегә айырылып, алып барыусыларға юл бирә. Фанфаралар.)

Алып барыусылар.

   – Хәйерле көн, хөрмәтле уҡыусылар, уҡытыусылар, саҡырылған ҡунаҡтар! Бөгөн беҙ был залға легендар комдив – утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ тип аталған «Шайморатов уҡыуҙары» фәнни-ғәмәли конференцияһына йыйылғанбыҙ. Һеҙҙең барығыҙҙы ла мәртәбәле сарала күреүебеҙгә шатбыҙ. (Йәш шайморатовсылар сәхнәнән сығып китә.)

Алып барыусылар.

– Шулай итеп, 1941 йылдың ноябрь айында, 112-cе Башҡорт атлы кавалерия дивизияһын төҙөү өсөн, Мәскәү оборонаһынан данлыҡлы комдив Доваторҙың полк командиры Миңлеғәле Шайморатов Башҡортостанға ҡайтарыла. 275-cе кавалерия полкына командир итеп майор Кусимов Таһир Таип улы, 294-cе кавалерия полкына – капитан Нафиҡов Гәрәй Абдулла улы, 313-cө кавалерия полкына  Макаев Ғәриф Дәүләт улы тәғәйенләнә. (Экранда – уларҙың фотолары.)

Конференцияла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Башҡорт кавалерия дивизияһының ойошторолоу тарихы һәм уның хәрби юлы менән яҡшы таныштыр, Миңлеғәле Шайморатовтың биографияһын ентекле өйрәнгәндәрҙер, тигән ышаныстабыҙ. Ә хәҙер конференцияның мәртәбәле ҡунаҡтары менән таныштырып китергә рөхсәт итегеҙ. (Ҡунаҡтар менән таныштыралар.)

– «Шайморатов уҡыуҙары»нда ҡатнашыусыларҙы  сәләмләү өсөн тәүге һүҙҙе гимназиябыҙҙың директоры Шәрипова Ләлә Зиннәтулла ҡыҙына бирәбеҙ.

(Ләлә Зиннәтулла ҡыҙы конференцияла ҡатнашыусыларҙы ҡотлай, ҡатнашыусылар тураһында мәғлүмәт бирә, уңыштар теләй.)

 Алып барыусылар.

– Хөрмәтле ҡунаҡтар! «Шайморатов уҡыуҙары»н дауам итеү өсөн конференцияһының эш президиумына түбәндәге иптәштәрҙең үтеүе һорала. (Президиум составы берәмләп эш урындарына саҡырыла.)

(Алып барыусылар конференцияның көн тәртибе менән таныштыра. Пленар өлөштәге докладтарҙан һуң конференцияла ҡатнашыусылар кабинеттарға тарала.)

Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ
Утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ
Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас