«Әйҙә, уйнарға» II Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйын фестивален асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров күргәҙмә экспозицияларын, тематик зоналарҙы, саралар майҙансыҡтарын ҡараны.
Республика етәксеһе башҡортса һөйләшкән уйынсыҡтар етештергән Руфия Ханова менән әңгәмәләште. Күп балалы әсә әйтеүенсә, уны был бизнес төрөн һайларға балалары күндергән. Радий Хәбиров уға дәүләт субсидияларынан файҙаланырға кәңәш итте.
“Күмертау” предприятиеһы директоры Евгений Иванов әйтеүенсә, был компания йомшаҡ уйынсыҡтар, кейем-һалым һәм аксессуарҙар етештерә. Ойошма Башҡортостандың Сәнәғәтте үҫтереү фонды аша ташламалы кредит алған.
“Умка” предприятиеһы етәксеһе Мая Крепановская йомшаҡ мебель, сенсор бүлмәләре өсөн ҡорамалдар етештереүе тураһында һөйләне. “Балалар уйынсыҡтары етештереүселәргә ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, был беҙҙең өсөн үтә мөһим”, – тине ул Радий Фәрит улына.
“Уйынсыҡтар етештереү – ҡатмарлы тармаҡ, ул Киров, Түбәнге Новгород, Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә генә һаҡланып ҡалған”, – тине Радий Хәбиров журналистар менән әңгәмәлә. – Башҡортостанда балалар өсөн тауарҙы 80-дән ашыу предприятие етештерә. Беҙ Балалар тауарҙары етештереүселәр кластеры ойошторҙоҡ һәм хәҙер шуның менән шөғөлләнергә теләгән төбәктәрҙе берләштерәбеҙ”.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.
"Башҡортостан"