Салауат Юлаев исеме менән бәйле бай тарих һаҡлай Силәбе ере. 1773-1775 йылдарҙа Крәҫтиәндәр һуғышы темаһы айырым биттәрҙе тәшкил итә. Милли батырыбыҙ тыуған көндө силәбеләр туристик юлға аяҡ баҫып, «Ҡолой ауылы – Яратҡол – «Бүгәсәү зыяраты» – Хәлит – посёлок Южный Горняк – Арғужа күле» матшруты буйлап автомобилдәрҙә (автопробег) уҙҙы.
Сәфәр башы – Ҡолой урта мәктәбенең Зәйтүнә Хәйруллина исемендәге «Шишмә» исемле тыуған яҡты өйрәнеү музейынан, әлеге мәҙәни-ағартыу проектының авторы Флүрә Ким ҡыҙы Истамғолова етәкселегендә башланһа, Айбат ауылы имам-хатибы Хаммат Нафиҡов изге сәфәргә фатиха бирҙе. Бикҡол ауылында сәсәниә Әнисә Ғарипова етәкселегендә ағинәйҙәр юлсыларҙы ихлас ҡаршылап «Бүгәсәү зыяраты» тарихы менән таныштырҙы, Южный Горняк ҡасабаһында сәйәхәтселәрҙе Арғаяш район депутаты Лилиә Зәки ҡыҙы Закирова ҡаршы алып серле «Бүгәсәү торағы» («Пугачевский трон») легендаһын һөйләгәндән һуң, тарихи урынды алып барып күрһәтте. Ҡорман ауылы китапханасы Венера Юлбаева Салауат Юлаевҡа ҡағылышлы иҫтәлек менән бүлешһә, Ҡолой урта мәктәбе уҡытыусыһы Тимур Шаимов үҙ тарихи нәҫеле тураһында һөйләгәс ғәжәйеп йырлап ағып ятҡан Арғужа күленең башы булған «Сеңгерәй йылғаһы» (Каминушка) менән таныштырҙы.
Ҡолой биләмәһендә гәнә «Бүгәсәү зыяраты», «Бүгәсәү торағы» («Пугачевский трон»), «Түбәтәйҙәр» һ.б. легендалар Бүгәсәү етәкселегендә һуғыш темаһына ҡағылышлы иҫ киткес яҙылмаған тарих һаҡлай ғәзиз ер...
Ҡолой мәктәбе уҡытыусылары менән Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, Арғаяш район китапханасылары менән «Аҡмулла» әҙәби берекмә ағзалары ҡулға-ҡул тотоношоп сәфәр ҡылып, йәш быуынға рухи йәдкәр тапшырҙы.
«Батырҙар һуҡмағы буйлап» тигән йәнле сәйәхәт ғаиләләр башланғысында ойошторолоп Бикҡол ауылының «Йәншишмә»һенән һыу алыу менән осланды. Олатай-өләсәйҙәр, атай-әсәйҙәр менән йәш-елкәнсәк, бала-саға итәкләшеп тигәндәй ап-арыу уҡ ер үтте. Легендар батырыбыҙ Салауат Юлаев тыуған көндө мәғжизәләр тулы халыҡ күңеленә таянып серле утрау һымаҡ арбап ятҡан тере тарих биттәрен бергәләп һүтте йәмәғәт.
Кинйә (Ҡамса Мортазин), Силәбе ҡалаһы.