Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
20 Июнь 2025, 10:30

Йәштәрҙе сағыу сара көтә

Башҡортостан йәштәре өсөн Elman, BABY Ti, Марат Яруллин һәм Inst Rinna  сығыш яһаясаҡ.

Йәштәрҙе сағыу сара көтә
Йәштәрҙе сағыу сара көтә

Концерт Рәсәй йәштәре көнөн байрам итеү хөрмәтенә ойошторола.

Сара 28 июндә, шәмбе, Ағиҙел йылғаһы буйында “Торатау” Конгресс-холы амфитеатры аҫтында үтәсәк. Социаль селтәрҙәрҙә Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров хәбәр итеүенсә, йәштәр өсөн VR-зона һәм төрлө уйындар, билдәле блогерҙар һәм иң яҡшы артистар менән осрашыу, аниме-косплей зонаһы, автотауыш һәм тюнинг күргәҙмәһе, фәнни слэм һәм йәштәр маркеты буласаҡ.

Сара 15:00 сәғәттә башлана, унда ҡатнашыу бушлай. Байрамды республиканың Йәштәр сәйәсәте министрлығы 14-35 йәштәге уҡыусылар, студенттар, сығарылыш уҡыусылары һәм хеҙмәтсән йәштәр өсөн ойоштора.

Фото: Йәштәр сәйәсәте министрлығы. 

 

"Башҡортостан" гәзитенән

Автор: Альфия Сагитова
Читайте нас