Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
15 Август 2025, 07:00

Беҙҙең календарь.

Постоянная рубрика в журнале, где указываются памятные даты, значимые события на данный месяц.

Ғ.М. ИШАЕВ
(1900 – 1977)


Иң тәүгеләрҙән Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән исемгә лайыҡ булған Ғәлийән Миңнегәрәй улы Ишаев Благовар районының Ҡарғалы ауылында донъяға килә. Башта ауылда башланғыс земство мәктәбен тамамлай, аҙаҡ уҡыуын «Хөсәйениә» мәҙрәсәһендә дауам итә. Тырыш егетте «Ғосмания» мәҙрәсәһенә уҡырға барырға өгөтләйҙәр, бер юлы ул башҡорт-татар йәштәре өсөн асылған киске гимназияла ла белем ала.

1918 йылда Ғ.М. Ишаев Ҡыҙыл Армия сафына яҙыла, Өфөнө Колчак ғәскәрҙәренән азат итеүҙә ҡатнаша. 1923 йылда хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, башта тыуған районында, аҙаҡ Шишмә ҡасабаһында балалар уҡыта. 1930 йылда уҡытыусы ғаиләһе менән Әлшәйгә күсә, 1934 йылда Бүздәк районында эшләй. Ошо осорҙа К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт институтында ситтән тороп белем ала. 1942 йылда фронтҡа китә: политрук булып хеҙмәт итә, Ырымбур өлкәһенең Тоцк хәрби училищеһында белем ала. Брянск, Үҙәк, 1се Балтик фронттарында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы һуғыша.

Һуғыштан һуң Ғ.М. Ишаев ғаиләһе янына, Әлшәй районының Яңы Сәпәш ауылына, ҡайта. Унда мәктәптә бер аҙ эшләгәс, райондың Әбдрәшит, Ыҫлаҡ мәктәптәрендә бар көсөн һалып балаларға белем һәм тәрбиә бирә. 1951 – 1960 йылдарҙа Хәйбулла районының Юлдыбай мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте фәненән уҡыта, шунан хаҡлы ялға сыға.

Фиҙаҡәр уҡытыусыға 1949 йылда Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән исем бирелә.

Автор: Римма Баймырҙина
Читайте нас