Моратов Юлай Хәким улы – уҡытыусы, үҙешмәкәр композитор, йырсы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Үҙешмәкәр композиторҙарҙың асыҡ фестиваль-конкурсы лауреаты. Ике йөҙҙән ашыу йыр һәм күп кенә спектакль көйҙәренең авторы. Ҡатыны Айһылыу Солтан ҡыҙы менән 10 бала үҫтереп, бөтәһенә лә музыкаль белем бирәләр. Йыл һайын Сибай ҡалаһында уның иҫтәлегенә үҙешмәкәр композиторҙар конкурсы ойошторолоп тора.
Мин иҙәндә йоҡлап ятам әле
Бала саҡта, алтын иртәлә.
Һин уятма мине, зинһар әсәй,
Уятмайса ғына иркәлә.
Ебәрергә теләмәгән кеүек,
Ыңғырашып ишек асылыр.
Унан тартыр ҡапҡа, унан инде
Дүрт тарафы ерҙең саҡырыр.
Уятмасы. Уятмайса ғына
Ҡалсы, әсәй, шулай янымда.
Юғиһә мин һине юғалтырмын,
Ҡала алмам бала сағымда.