

Был сара ХVII халыҡ-ара «Ислам юғарылығы һәм ҡиммәттәре» ғилми-ғәмәли конференцияһы масштабында ойошторолдо. Сараны алып барыусы Рәсәй ислам университетының өлкән уҡытыусыһы Рифат Һөйәрғолов Зыя Камалиның тормош юлы менән таныштырып үткәндән һуң сараны асыу өсөн саҡырылған махсус ҡунаҡтар Гвинеяның Лансана Конте университетының ғәрәп теле үҙәге докторы Абдулрахман Фадига, Рәсәйҙәге Малайзия посолы урынбаҫары Мөхәммәд Шахир бин Сабарудин, Индиялағы Болғар академияһы уҡытыусыһы доктор Әнүәр Әхмәд, Сауд Ғәрәбстанының «Ислам донъяһы» фондынан Ельюссер Әхмәд Файсал, Тунистан Мөхәммәд Ризкы үҙ илдәренән сәләмдәр еткерҙе.
Өфө, Октябрьск, Казан, Мәскәү ҡалаларынан тыш Мысыр, Төркмәнстан, Нигер республикаларынан да студенттар сығыш яһаны. Барыһының да эштәре юғары кимәлдә баһаланып еңеүселәр һәм призерҙар билдәләнде.