Бөтә яңылыҡтар
История журнала
26 Ғинуар , 22:10

Ғүмер байрамығыҙ менән!

Ошо көндәрҙә «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында оҙаҡ йылдар эшләгән хаҡлы ялдағы хеҙмәттәшебеҙ Бәҙертдинова Таһинур Зөфәр ҡыҙы үҙенең 60 йәшлек матур юбилейын билдәләй!   

Ғүмер байрамығыҙ менән!
Ғүмер байрамығыҙ менән!

Журнал редакцияһы коллективы күп һанлы уҡыусыларыбыҙ исеменән уны оло ғүмер байрамы менән ихлас ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер, уңыштар теләй!
Таһинур Зөфәр ҡыҙы үҙенен хеҙмәт юлын башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булараҡ башлай. Оҙаҡ йылдар Нуриман районының Яңы Күл мәктәбендә балалар уҡыта. Мәғариф өлкәһенең мәсьәләләрен тәрәндән белеү, туған телде уҡытыу тәжрибәһе журналда эшләү мәлендә бик ярҙам итә. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналында башҡорт теле һәм әҙәбиәте бүлеге мөхәррире, журналдың яуаплы секретары булып эшләгән ваҡытта төрлө сараларҙа ҡатнашып, буласаҡ авторҙар менән таныша, улар менән даими бәйләнеш булдыра. Баҫыласаҡ һәр материалға етди ҡарап, уның сифатын, бәҫен күтәреү өҫтөндә ҙур яуаплылыҡ менән тырышып эшләй. Журналдың тарихын өйрәнеп, төрлө йылдарҙа уны етәкләүсе баш мөхәррирҙәр тураһында мәғлүмәт туплап журнал уҡыусыларға еткерә, мәғариф ветерандары, туған телде өйрәнеү өлкәһендәге проблемалар буйынса мәҡәләләрен баҫтыра.
Оҙайлы тырыш хеҙмәте өсөн Таһинур Зөфәр ҡыҙы Бәҙертдинова Башҡортостан Республикаһынын мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исемдәре менән бүләкләнде.
Хөрмәтле коллегабыҙҙың ғүмер байрамы ҡотло булһын! Үҙе ҡорған матур ғаиләһенең йылыһында тәрбиәле, ынтылышлы балаларының, ейәндәренең уңышлы эштәренә, матур тормоштарына шатланып, тормош иптәше менән оҙаҡ йылдар бәхетле тормош кисереүен теләйбеҙ!

Автор:Гульсира Шагиева
Читайте нас: