Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
31 Ғинуар , 10:41

Беҙҙең календарь

Февраль айына күренекле даталар менән танышығыҙ.

Беҙҙең календарь
Беҙҙең календарь

Февраль

1 - Рәсәйҙең Хәрби дан көнө. Совет ғәскәрҙәре Сталинград һуғышында немец-фашист ғәскәрҙәрен ҡыйратҡан көн

Шағир Муса Сиражиҙың тыуыуына 95 йыл (1939 – 2019)

2 - Педагог, яҙыусы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы Н.Ф. Шайхуловтың тыуыуына 95 йыл (1929 – 1996)

4 - Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы, 1921 – 1925 йылдарҙа БАССР Халыҡ комиссарҙары рәйесе М.Д. Халиковтың тыуыуына 130 йыл (1894 – 1937)

5 - Советтар Союзы Геройы Шакирйән Мөхәмәтйәновтың (Александр Матросов) тыуыуына 100 йыл (1924 – 1943)

6 - Телсе, этнограф, 1927 – 1931 йылдарҙа Башҡорт үҙәк крайҙы өйрәнеү музейы етәксеһе Ғ.Ф. Вилдановтың тыуыуына 145 йыл (1879-1954)

Медицина фәндәре докторы, БР Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Л.М. Карамоваға 85 йәш (1939)

7 - Башҡортостан Республикаһының тәүге президенты М.Ғ. Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл (1934 – 2023)

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтиҙең тыуыуына 115 йыл  (1909 – 1959)

8 - Рәсәй фәне көнө

10 - Аэрофлот көнө

      РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы, БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы Б.Ғ. Аҡмановҡа 95 йәш (1929)

11 - Педагогия фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ  профессоры В.П. Суховтың тыуыуына 90 йыл (1934 – 2016)

13 - Шағир, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Р.Б. Әхмәҙиевҡа 70 йәш (1954)

Яҙыусы Төхфәт Йәнәбиҙең тыуыуына 130 йыл (1894 – 1938)

Советтар Союзы Геройы, генерал-майор Т.Т. Күсимовтың тыуыуына 115 йыл (1909 – 1986)

15 - Яугир-интернационалистарҙы иҫкә алыу көнө

Мәғрифәтсе, педагог һәм ғалим М.М. Биксуриндың тыуыуына 205 йыл (1819 – 1903)

21 - Халыҡ-ара туған тел көнө

23 - Ватанды һаҡлаусылар көнө

25- Башкортостан Республикаһының Дәүләт флагы көнө

Медицина фәндәре докторы, токсиколог Н.Т. Бикбулатовтың тыуыуына 105 йыл (1919 – 1986)

 

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: