(Кластан тыш сара)
Маҡсат. Кәрим Хәкимовтың тормош юлы тураһында мәғлүмәт биреү, яҡташыбыҙ менән ғорурланыу хистәре уятыу; маҡсатлылыҡ, яуаплылыҡ, зыялылыҡ, ватансыллыҡ, тәүәкәллек сифаттары тәрбиәләү.
Сара барышы
«Илдә йәшәйһең икән, илеңә хеҙмәт ит».
I. Актуалләштереү.
– Уҡыусылар, халыҡ әйткәнсә, беҙҙең Бишбүләк районында туған яғыбыҙҙы данлап, матурлап йәшәгән күренекле шәхестәребеҙ бихисап. Ф. Кәрим, Т. Таһиров,
Г. Әх мәтшин, Б. Имашев, Я. Ухсай, К. Иванов һәм дипломат Кәрим Хәкимов тураһында бөтәгеҙ ҙә ишеткәне барҙыр.
II. Тема, маҡсат менән танышыу.
Бөгөнгө дәресебеҙҙә күренекле ауылдашыбыҙ, дипломат Кәрим Ғәбдрәүеф улы Хәкимов тураһында һүҙ алып барабыҙ. Уның эшмәкәрлеген күҙ алдынан үткәргәс, күңелдәрҙә шундай һорау тыуа: ул нисек шундай ҙур эштәр башҡара алған? Был юғарылыҡҡа күтәрелеү өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк? Ошо
һорауҙарға яуап сылбырын бергәләп сисәйек.
III. Музей буйлап экскурсия.
Кәрим Ғәбдрәүф улы Хәкимов 1892 йылдың 28 ноябрендә донъяға килгән. Кәрим бала сағында башҡа балалар кеүек үк үҫкән, үҙенең күрше йәштәштәре менән аралашҡан, Дим йылғаһына, күлдәргә һыу инергә йөрөгән, һыу буйында балсыҡтан өйҙәр яһап, яҙын ҡарҙар ирей башлау менән быуалар быуып, уларҙы йырып
ебәреп уйнаған. Хәрәкәтсән, етеҙ бала һәр бер уйынға мауығып ҡатнашҡан. Үҙе кеүек балалар менән яҡындағы урманға йыуа, ҡымыҙлыҡ, еләк-емеш йыйырға йөрөргә яратҡан. Дим туғайындағы һәр ҡыуаҡ уға таныш була.
Ғәбдрәүф ҡарт, тормошо ауыр булыуға ҡарамаҫтан, Кәримде ауыл мәктәбенә уҡырға бирә. 1906 йылдағы ҡоролоҡ, ҡытлыҡ Кәримде сит яҡтарға алып сығып китә. 1907 йылдың көҙөндә ҡайтып, ул Ырымбур Ҡарғалыһының мәҙрәсәләренең береһенә уҡырға инә. Яҡшы уҡыған малай иптәштәренә лә ярҙам итә.
1908 йылдың яҙында Ҡаҙағстан далаларына сығып китә. Бында ул бер бай ҡаҙаҡта балалар уҡыта. Кәрим1910 йылдың көҙөндә “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә килә.
1920 – 1921 йылдарҙа К. Хәкимов – Бохара халыҡ Совет республикаһында компартияһының секретары. 1921 йылдың сентябрендә Персияла генерал консул була. 1926 йылдың майында Йемен ҡалаһына юл тота. Ул ғәрәп имаматы һәм Русия араһында сауҙа эштәрен яйға һалырға, ғәрәп сауҙәгәрҙәренең ышанысын яуларға, ике ил араһында яҡшы мөнәсәбәт урынлаштырырға бара.
IV. Н. Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» пьесаһынан өҙөк ҡарау. (Балаларҙың сығышы күрһәтелә.)
Илдәр араһында дуҫлыҡ күпере һалыусы 1-се күренеш. (Өләсәй йырлай-йырлай дарыу үләндәре йыйып йөрөй. Сәхнәлә ике малай уйынсыҡ аттарҙа
саба.)
– Сәләм, малай!
– Сәләм! Мин малай түгел, мин
– Кәрим!
– Ә мин – Азат. Таныш булайыҡ.
Исемең бик матур! Кем ҡушты һиңә был исемде?
– Белмәйем.
– Нисек инде белмәйһең? Бына
минең исемемде олатайым ҡушҡан.
– Әйҙә, өләсәйемдән һорайыҡ!
Күрәһеңме, ул дарыу үләндәре йыйып йөрөй.
– Әйҙә!
– Өләсәй, өләсәй! Миңә исемде кем ҡушты?
– Олатайың менән мин ҡуштыҡ, балаҡайым!
– Ә кемдең исемен ҡуштығыҙ?
– Әйҙәгеҙ, ултырығыҙ, балаҡайҙарым! Мин һеҙгә һөйләйем, ә һеҙ тыңлағыҙ!
– Гүзәл, йәмле Дим буйында Дүсән тигән ауылда Ғәбдрәүеф ағай йортонда Кәрим исемле малай тыуа.
Йылғаларҙа һыу ҡойоноп,
Яр буйында ҡомда ҡыҙынып,
Үҫә Кәрим тырыш малай булып,
Ҙур эштәргә инде ҡыҙығып.
Аслы-туҡлы йәшәһә лә
Уҡырға ул яратҡан.
Белем эҙләп, һис ҡурҡмай,
Ырымбурға юл тотҡан.
Саф йөрәкле булып үҫә ул,
Батыр ир-егет булып етә ул.
Аҡ батшаны алып ташлап,
Иркен тормошҡа өндәй ул.
Эштәрҙең дә иң ауырын
Иңдәрендә ул күтәрә.
Китә Кәрим илсе булып
Йыраҡ ғәрәп илдәренә.
Ғәбдрәүеф улы Кәрим
Илдән-илгә йөрөгән.
Төрөк, ғәрәп илдәрендә
Дуҫлыҡ күпере төҙөгән.
Ғәрәп-совет халыҡтарын
Яҡынайтты ул бер-береһенә.
Татыу йәшәй был халыҡтар,
Уға рәхмәт белдерә.
– Бына шундай данлыҡлы кеше булған ул революционер, совет дипломаты К. Хәкимов. Балаҡайҙарым, тылсымлы көҙгө аша уның тормошон күргегеҙ киләме?
– Эйе, өләсәй, күрге килә!
3-сө күренеш
Кәрим. Мөмкинме? Әссәләмәғәләйкүм, имам хәҙрәт! Әссәләмәғәләйкүм, йәмәғәт!
Йәғәфәр. Вәғәләйкүмәссәләм,
Кәрим әфәнде!
Кәрим. Йәмәғәт! Бына «Правда» гәзите килде. Унда король Йәғәфәр улы әмир Әхмәттең СССР-ға дуҫлыҡ визиты менән барасағы тураһында
яҙылған!...
Әхмәт (шатланып). Шулаймы?
Ҡайҙа әле?...
Кәрим (гәзитте биреп). Бына биографияғыҙҙы ла биргәндәр, һүрәтегеҙ ҙә бар.
Йәғәфәр. Бына бит, яҡшы кешенең эштәре лә изге шул! Улыбыҙ өсөн беҙ ҙә бик шат, Кәрим әфәнде! Бына, улым, хәҙер даның бөтә доньяға тараласаҡ!
Кәрим. Ҡотлайым, әмир Әхмәт!
Әхмәт. Шөкрән, Кәрим әфәнде, шөкрән!
Йәғәфәр (тантаналы). Хөрмәтле Кәрим әфәнде! Беҙҙең илдәрҙе яҡынлаштырыуҙа һеҙҙең хеҙмәтегеҙ баһалап бөткөһөҙ! Һеҙ бик кешелекле лә, кеселекле лә булдығыҙ! Әңгәмәләшеүсе булараҡ та, һеҙгә һоҡланмай мөмкин түгел! Ғәрәптең йөрәген аңланығыҙ һеҙ! Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә беҙҙең оло мөхәббәтебеҙҙе
яулап алдығыҙ! Хәҙер беҙгә яңы Русияның һәммә әҙәмдәре лә тап бына һеҙҙең кеүектер төҫлө. Хәҙер һеҙ беҙҙең өсөн Кәрим әфәнде генә түгел инде, һеҙҙе бит хәҙер Кәрим паша тип йөрөтәләр! Халыҡ шулай яратып, ололап әйтә: Кәрим паша!..
Әхмәт. Юҡ, атай, ул ҡоро паша ғына түгел, ә...Ҡыҙыл паша!
Йәғәфәр. Эйе, эйе, Ҡыҙыл паша!
Кәрим. Рәхмәт!
Йәғәфәр. Мөхтәрәм Кәрим әфәнде! Беҙ, король Йәғәфәр, уның улы әмир Әхмәт, Советтар Союзы менән Ғәрәп имаматы араһында “Дуҫлыҡ вә сауҙа итеү тураһындағы договорҙы” раҫланыҡ! Бисмиллаһи әлрәхмән әлрәхим! (Ҡағыҙҙарҙы Әхмәткә бирә.)
Кәрим (алып). Ҡотло булһын, мөбәрәк булһын килешеү договоры!..
Дуҫтар! Бына стенала ҡылыс эленеп тора! Владимир Ильич Ленин уның символик мәғәнәһен аңлатып, был «Тыныслыҡ һәм дуҫлыҡ ҡылысы!»тигән ине. Ҡылыстар бына шулай стенала ғына эленеп торһа, донъя ниндәй матур һәм имен булыр ине!...
4-се күренеш
Өләсәй. Бына, балаҡайҙарым, мин һеҙгә башҡорт халҡының данлы улы, яҡташыбыҙ, революционер һәм Совет иленең ғәрәп илдәрендә беренсе дипломаты тураһында һөйләнем.
Аңланығыҙмы?
Балалар. Эйе, өләсәй! Ҙур рәхмәт!
V. Йомғаҡлау.
Беҙҙең халҡыбыҙ Кәрим Хәкимов исемен онотмай. Айыт уҡыусылары дипломат тураһында фәнни-эҙләнеү эштәре яҙалар, туған тел дәрестәрендә уға бағышлап шиғырҙар ижад итәләр, рәсем төшөрәләр. Туған тел дәрес тәрендә уның тормош юлын өйрәнәләр, уға бағышлап ижади эштәр эшләйҙәр, конкурстарҙа ҡатнашып маҡтау грамоталары алалар.
(Башланғыс класс уҡыусылары үҙҙәре яҙған шиғырҙар менән сығыш яһай.)
VI. Йомғаҡлау.
– Дәресебеҙҙең аҙағына еттек. Уҡыусылар, ҡуйылған һорауҙарға яуап тар бирәйек. Кәрим Хәкимовҡа хас сифаттар илселәргә генә кәрәкме? (Балаларҙың яуабы.) Кәрим Хәкимов туған телен бик яҡшы белгән. Уның холҡонда булған тырышлыҡ, яуап лылыҡ, итәғәтлек, алдан күҙаллау, тәүәкәллек кеүек сифаттар көндәлек тормошта ла, кешеләр менән аралаша белеү өсөн дә бик кәрәк.
Дуҫ һәм татыу йәшәү, бер-береңде хөрмәт итеү, туған телеңде белеүҙең мөһимлеге тураһында онотмаһағыҙ ине, уҡыусылар!
(Дәрес аҙағында педагогик хеҙмәт ветераны Ф.М. Әфләтүнова Н. Асанбаев һүҙҙәренә М. Әхмәтов яҙған «Бик һағындым һине, Тыуған илем» йырын башҡара.)