Советтар Союзы Геройы Хәкимйән Әхмәтғәлиндың яҡты иҫтәлегенә бағышлана
Ҡатнашалар:
Хәкимйән – өлкән сержант
Элемтәсе һалдат
Урунбай – совет һалдаты, үзбәк милләтенән
Ғәбиҙә – Хәкимйәндең әсәһе
Ғәззәбаныу – Хәкимйәндең һеңлеһе
Хәрби комиссар
Пионерҙар
Беренсе күренеш
Халыҡ көйөнә сәхнә асыла. Өй эсендә Ғәбиҙә әбей йөн ойоҡ бәйләп ултыра.
Ғәбиҙә. Хәкимйәнемдең аяҡтары ғына өшөп йөрөйҙөр инде. Бәйләп бөтөү менән пәселкә итеп ебәрер инем, аныҡ ҡына адресын белмәйем бит. Шуныһы ла бар, пәселкәне әллә ала ла ҡулына, әллә юҡ. Хаты килгән һайын яңы адрес менән килә. Шулай булмай ни, бер урында ғына тормай бит улар. Ниместәрҙе ҡыйратып алға бара... (Тыштан ҡыҙ бала тауышы ишетелә.) Бәй, Ғәззәбаныуҙың тауышы түгелме һуң? Нимәһен өйгә инмәҫ борон тауышлана?
Йүгерә-атлай Ғәззәбаныу килеп инә.
Ғәззәбаныу. Әсәй, һөйөнсө, һөйөнсө! Йә, һөйөнсөгә ни әйтерһең? (Шатлығы эсенә һыймай.) Хәкимйән ағайымдан хат килде!
Ғәбиҙә әбей албырғап ҡала, бергилке иҫен йыя алмай ултыра. Аҙаҡ урынынан йәһәт кенә тороп, Ғәззәбаныу эргәһенә килә.
Ғәбиҙә (башындағы яулығын ипләп). Эй Аллам, ниндәй шатлыҡ! Күптәнән хат юҡ ине бит улымдан. Доғаларымды Хоҙайым ишеткән, ахырыһы! Йә, йәһәтерәк уҡый һалсы.
Ғәззәбаныу хатты тиҙ генә асып, уҡый башлай.
Ғәззәбаныу. Иҫәнмеһегеҙ минең ҡәҙерлеләрем, атай, әсәй, барлыҡ туғандарым! Бына алыштан туҡтаған арала һеҙгә хат яҙырға булдым. Минең хәлдәр яҡшы, иҫән-һаумын! Тик барығыҙҙы ла бик һағындым. Ярай, ниместе ояһына алып барып дөмөктөрәйек тә, осрашырбыҙ! Күп ҡалманы инде. Мине өлкән сержант итеп билдәләнеләр. Иптәш егеттәрҙең араларында ниндәй генә милләт кешеләре юҡ. Барыһы ла һәйбәттәр.
Бөгөн беҙ Латвияның Сунуплява ауылы эргәһендәге 144-се бейеклекте дошман ҡулына бирмәҫкә тигән бойороҡ алдыҡ. Көстәр тигеҙ түгел, тик дошман бейеклекте ала алмаҫ. Ярай, ҡәҙерлеләрем, осрашҡанға тиклем. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!
Ғәбиҙә (залға ҡарап). Эй Аллам, балаҡайымды дошман пуляһынан һаҡла! (Хафаланып.) Бер яҡтан шатлыҡлы, икенсе яҡтан көйөнөслө хәбәр алдыҡ. Алыштан иҫән-һау ғына сыҡҡан булһалар ярай ине! Хат нисә көн килде икән? Йөрәгем урынында түгел. Ут эсендә йөрөйҙәр бит улар, ут эсендә. Тыуған илде, яҡындарҙы дошмандан яҡлайыҡ, һаҡлайыҡ тип, ҡулға ҡорал алырға мәжбүр булдылар. Барыбыҙҙың да улдары иҫән-һау ғына булһын! Хоҙайым, ярлыҡауыңдан ҡалдырма ғәзиздәребеҙҙе!
Ғәззәбаныу, бар әле йәһәт кенә минең ноҡот таштарын табып килтер! Һалайым әле улым исеменә ноҡот. Шунһыҙ йөрәгем тынғы таба алмаҫ.
Шомло көй уйнай. Ғәззәбаныу ноҡотто әсәһенә килтереп бирә һәм уның ноҡот һалғанын ҡарарға ултыра. Әсә ноҡот һала башлай. Кинәт хафаланып китә.
Ғәбиҙә. Ни һөйләй был ноҡот? Кеше ышанмаҫтайҙы. Юҡ, иҫән-һау минең балам! Күңел йыуатыр өсөн һалған булам инде шуны. (Кинәт йөрәгенә тотона.) Ай, Аллаһ, нимә булды һуң миңә? Йөрәгем тиктомалдан болоҡһоп ауыртып алды ла киттесе.
Ғәззәбаныу. Әсәй, ятып ял итеп ал! Арып киткәнһеңдер, шуға ла йөрәгең тулай.
Ғәбиҙә. Эйе шул, дөрөҫ әйтәһең, ҡыҙым. Серем итеп алһам, бәлки еңеләйермен. (Һикегә барып ята һәм йоҡоға тала.)
Шаршау ябыла.
Икенсе күренеш
Сәхнә асылғанда Ғәбиҙә әбейҙең төшөн күрәбеҙ. Снаряд шартлауы, пуля тауыштары ишетелә. Сәхнә уртаһында автоматтар тотҡан өс совет һалдаты ята. Радист бәйләнеште көйләй. Сәхнә артынан командирҙың тауышы яңғырай.
Командир (сәхнә артында.) Алло, алло, Ромашка, Ромашка...
Элемтәсе. Алло-о-о, үҙәк, мин Ромашка, алло-о-о, үҙәк, мин Ромашка... (Пуля һыҙғырған тауыштар ишетелә, элемтәсе, башын эйеп, осҡан пуляларҙан ышыҡлана.)
Командир. Ромашка, өлкән сержант Әхмәтғәлинде телефонға саҡырығыҙ, өлкән сержантты, йылдамыраҡ булығыҙ!
Элемтәсе. Тыңлайым, иптәш командир! Хәҙер өлкән сержант Әхмәтғәлин бәйләнешкә инер! (Бинокль тотоп, тирә-яҡты күҙәткән өлкән сержант Әхмәтғәлинға мөрәжәғәт итә. Атыш тауыштары тынмай.)
Иптәш өлкән сержант, иптәш өлкән сержант, һеҙҙе телефонға саҡыралар. (Әхмәтғәлин пуляларҙан тайпыла-тайпыла телефонды килеп ала.)
Хәкимйән (ҡысҡырып). Элемтәлә өлкән сержант Әхмәтғәлин. Тыңлайым, иптәш командир!
Командир. Өлкән сержант Әхмәтғәлин, һуңғы хәлдәрҙе бәйән итегеҙ! Бейеклекте һаҡлау нисек бара?
Хәкимйән. Иптәш командир, дошмандың ике атакаһын кире ҡаҡтыҡ, тик юғалтыуҙар күп. Беҙгә өҫтәмә көс кәрәк, иптәш командир, ишетәһегеҙме? Беҙгә өҫтәмә көс кәрәк! Ун бер һалдаттан өсәүебеҙ генә тере ҡалдыҡ.
Командир. Аңлайым, сержант, хәлегеҙҙе, аңлайым. Бейеклектең бер генә метрын да дошманға бирмәҫкә тигән бойороҡ бар! Туғандар, ныҡ тороғоҙ! Был юғары командование бойороғо! Ярҙам һуңыраҡ буласаҡ! Алло-о-о, алло-о-о...
Хәкимйән. Аңланым, иптәш командир! Һуңғы һулышыбыҙға тиклем бейеклек өсөн көрәшәсәкбеҙ! (Иптәштәренә мөрәжәғәт итә.) Иптәштәр, бейеклекте бирмәҫкә тигән бойороҡ булды. Ярҙам тиҙ генә килмәйәсәк. Алышҡа әҙерләнегеҙ!
Һалдаттар ҡулдарына винтовкаларын алып, алышҡа әҙерләнә.
Урунбай. Булды, иптәш өлкән сержант! Беҙ әҙер! Дошман тағы бейеклеккә ынтыла.
Снаряд шартлаған тауыш ишетелә. Ҡаты яраланған Урунбай ҡолай.
Хәкимйән. Урунбай, Урунбай дуҫ... (Урунбайҙы килеп ҡосаҡлай, уның башындағы пилотканы башы аҫтына һала.) Урунбай, һин йәшәргә тейеш! Ишетәһеңме? Һинең үлергә хоҡуғың юҡ!
Хәкимйән ҡулына автоматын алып, тороп баҫа һәм ажарланып ата башлай.
Хәкимйән. Мә, алығыҙ өлөшөгөҙҙө, ҡәбәхәттәр! Тыуған илем, ерем өсөн, әсәйем, атайым, яуҙа баштарын һалған иптәштәрем өсөн алығыҙ кәрәгегеҙҙе, фашист эттәре! (Хәкимйәнгә пуля тейә. Ул яраһын тотоп барып, сүгәләй. Зәңгәр күккә ҡарап, салҡан төшөп ята. “Ура-а-а” тауышы яңғырай.) Күк йөҙө ниндәй матур! Ниндәй асыҡ зәңгәрлек! Эх! Тыуған Уралымды, атай-әсәйемде һуңғы тапҡыр ҡайтып күрһәң ине... Ниһайәт, беҙҙекелә-ә-ә-әр. Дошман барыбер бейеклекте ала алманы. (Күҙҙәрен йома.)
Элемтәсе. Иптәш өлкән сержант, иптәш өлкән сержант... (Ярҙамға ашыҡҡанында, дошман пуляһынан ҡолай.)
Сәхнә артында “Ура-а-а” тауыштары көсәйгәндән-көсәйә.
Өсөнсө күренеш
Моңһоу көй. Шаршау асылғанда сәхнәнең бер яҡ ситендәге койкала Ғәбиҙә йоҡлап ята.
Ғәбиҙә (йоҡо аралаш, кинәт). Улы-ы-ы-м, Хәкимйә-ә-ә-н, харап булды балам... Хәкимйән-н-н! (Ҡысҡырып, хәүефләнеп уяна, тороп ултыра. Бергилке иҫенә килә алмай, аптырап тора.) Эй, Аллам, ярай төш кенә, өн түгел икән! Хәкимйәнем бейеклек өсөн көрәштә аяуһыҙ пулянан харап булды тип төш күреп ятамсы көпә-көндөҙ. Был ҡурҡыныс төштө тик утҡа һөйләйем. Ҡайҙа ул кешегә һөйләү. Уйланып йөрөгәнгә шундай төш керҙе, ахыры. Бөгөн генә хат килде бит баламдан. Тере ул ыласыным. Тере! Амин! Шулай ғына булһын!
Ғәззәбаныу ҡайтып инә. Ҡайғылы ҡиәфәттә булһа ла әсәһенә һиҙҙермәҫкә тырыша. Күҙ ҡараштарын йәшерергә ынтыла.
Ғәбиҙә. Ғәззәбаныу, ни эшләп күҙҙәрең ҡыҙарып бөткән? Иланыңмы әллә, кем ҡыйырһытты үҙеңде?
Ғәззәбаныу (үкһеп илап ебәрә, телен саҡ әйләндереп). Әсәй-й-й! Әйтмәҫмен тигәйнем, булдыра алмайым, әсәй, ғәфү ит! Хәкимйән ағайыма “похоронка” килгән. Бая тапшырып киттеләр. Ағайымдың яҙған хатынан аҙ ғына һуңлаған.
Ғәбиҙә. Бала-а-ам, Хәкимй-ә-ә-әнем! (Һығылып төшә.) Тиккә генә булмаған күңелемдең әрнеүе, күргән төштәрем, һалған ноҡоттарым... Барыбер, барыбер, ышанмайым уның һәләк булыуына, тере ул, тере! (Ғәззәбаныу йүгереп килеп әсәһен ҡосаҡлай, башынан һыйпап йыуата.)
Ғәззәбаныу. Әсәй, үҙеңде бөтөрмә, әсәй! Нисек кенә ярҙам итәйем икән һиңә? Белмәйем шул! (Әсәһен ҡосаҡлап илай.)
Дүртенсе күренеш
“Еңеү көнө” (В. Харитонов һүҙҙәре (Г. Ситдиҡова тәржемәһе), Д. Тухманов көйө) йыры яңғырай. Ғәбиҙә һәм ҡулына сумаҙан тотҡан Ғәззәбаныу килеп инә. Уларҙы хәрби комиссар һәм сәскә бәйләме тотҡан ике пионер ҡаршылай.
Хәрби комиссар (яҡын килеп честь бирә). Һаумыһығыҙ! Мин хәрби комиссар Серов. Советтар Союзы Геройы өлкән сержант Хәкимйән Әхмәтғәлиндың яҡындары һеҙ булаһығыҙмы?
Ғәззәбаныу. Эйе, беҙ булабыҙ. Мин Хәкимйән Әхмәтғәлиндың һеңлеһе, ә был әсәйебеҙ. Башҡортостан еренән килдек. (Ҡул биреп күрешәләр.)
Хәрби комиссар. Һеҙҙе оҙатып йөрөүҙе миңә йөкмәттеләр. Сунуплява ауылы пионерҙары һеҙгә яу үткән урындарҙы күрһәтергә теләк белдерҙе. Ҡаршы булмаһағыҙ, хәҙер үк Хәкимйән менән совет яугирҙары көрәшкән 144-се бейеклеккә күтәреләсәкбеҙ, ә иртәгә Лудза ҡалаһы паркындағы туғандар ҡәберлегенә барырбыҙ.
Ғәззәбаныу. Эйе, эйе, беҙ әҙер! Хәҙер үк барайыҡ! Әсәй ял да итә алмаҫ, йоҡламаҫ та ул. Былай ҙа юл буйына үҙенә урын тапманы.
Хәрби комиссар. Аңлайым әсә кешенең тулҡынланыуын, аңлайым. Бейеклек бынан алыҫ түгел, әйҙәгеҙ, йәйәү генә атлайыҡ!
Хәрби комиссар сумаҙанды күтәреп ала. Сығалар. Шаршау ябыла һәм бер аҙҙан кире асыла. “Батырҙар йыры” (Н. Нәжми һүҙҙәре, З. Исмәғилев көйө) яңғырай. Һәйкәл эргәһенә яҡынлашалар.
Хәрби комиссар. Ҡыйыу йөрәкле геройҙың туғандары, 144-се бейеклекте һаҡлап, яуҙа баштарын һалған яугирҙарға асылған обелиск ошо була.
Ғәбиҙә аҡрын ғына атлап, обелиск эргәһенә килә, улының фамилияһын эҙләп табып, ҡалтыранған ҡулдары менән һаҡ ҡына һыйпай.
Ғәбиҙә. Балаҡайғынам, Хәкимйәнем, тыуып үҫкән ерҙәреңдән һиңә ҡайнар сәләм һәм мәңгелек төйәгеңә ғәзиз тупрағыңды килтерҙек. Үҙең ҡайта алманың бит, ыласыным. (Илай.)
Ғәззәбаныу (әсәһенең иңбашынан ҡосаҡлай). Әсәкәйем, Хәкимйән ағайым ғүмерен аямай һаҡлаған һәм батырҙарса йәнен фиҙа ҡылған бейеклекте килеп күреү насип булды беҙгә (күҙ йәштәрен һөртә).
Хәрби комиссар (пионерҙарға мөрәжәғәт итә). Пионерҙар! Тыуған ерҙе яҡлап, һаҡлап, ғүмерҙәрен ҡорбан иткән геройҙар алдында яҡшы уҡырға, илһөйәрҙәр булырға һүҙ бирәһегеҙме? Илдәге тыныслыҡты һаҡларға әҙерһегеҙме?
Пионерҙар. Беҙ һәр саҡ әҙер! (Честь бирәләр.)
Ғәбиҙә төйөнсөктө сисеп, тупраҡты обелиск янына ҡуя.
Ғәбиҙә. Башҡа бер ҡасан да һуғыш булмаһын! Ғәзиз улдарын юғалтыуҙан әсәләрҙең йөрәктәре әрнеп һыҙламаһын! Тыныс йоҡлағыҙ, уландар!
Хәрби комиссар. Илебеҙҙе һаҡлап, тыныс тормош өсөн ҡорбан булған яугирҙар хаҡында хәтер йәшәгәндә, улар ҙа мәңге йәшәр!
Салют тауыштары яңғырай. Көсәйгәндән-көсәйә барып, “Еңеү көнө” йыры (В. Харитонов һүҙҙәре (Г. Ситдиҡова тәржемәһе), Д. Тухманов көйө) яңғырай.
Шаршау ябыла.