Бөтә яңылыҡтар
Краеведение
7 Июль , 00:00

Ислами Яңы йыл мөбәрәк булһын!

Бөгөн мөхәррәм айының беренсе көнө, Һижри иҫәп менән Яңы 1446 йыл башы.

Ислами Яңы йыл мөбәрәк булһын!
Ислами Яңы йыл мөбәрәк булһын!
Ғәрәптәр беҙҙең эраға ҡәҙәр, мәжүсилек осоронда уҡ ваҡыт иҫәбен Айға ҡарап алып барғандар. Һижри — Ай йылы, миләди — Ҡояш, шәмсиә йылынан 10 — 12 көнгә ҡыҫҡараҡ була, шул айырма сәбәпле, 32 миләди йыл 33 Һижри йылға тиңләшә. Һижри иҫәптә лә йыл ун ике айҙан тора, улар яңы Ай тыуғандан икенсе яңы Айғаса һуҙыла. Ҡөрьән Кәримден «Тәүбә» сүрәһенең 36-сы аятында ошолай бойорола: «Ысынлап та, айҙарҙың һаны — Аллаһ күктәре һәм Ерҙе яралтҡан көндән - ун ике ай». Ул айҙар мөхәррәм, сәфәр, рабиғел әүүәл, рабиғел ахыр, йомадиәл әүүәл, йомадиәл ахыр, рәжәб, шәғбән, рамаҙан, шәүүәл, зөлҡағиҙә, зөлхизә тип исемләнә.

Мөхтәрәм, тимәк, ҡәҙерле, ҡиммәтле, хөрмәтле айҙарған булған мөхәррәм айы мосолман Яңы йылы һәм Ғәшүрә байрамы менән айырыуса мәғәнәле. Мөхәммәт өммәттәре был айҙы иман ныҡлығында үткәрергә тырыша. Беренсе мөхәррәм көнөндә диндәштәребеҙ, йылдың имен, бәхетле килеүен теләп, ҡотлаша, гүзәл ғәмәлдәрҙә ҡаршылай.

Динә Мырҙаҡаеванан
 
Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: