Ошо йәһәттән, 30 ғинуар көнө Яуымбай, Мораҙым, Мәһәҙей филиалдары менән берлектә, Байназар мәктәбендә "Хәүефһеҙлекте һаҡлау, террорға ҡаршы тороу, яуаплылыҡ тойоу буйынса педагогик һәм техник хеҙмәткәрҙәрҙе уҡытыу һәм уларға ғәмәли күнекмәләр үткәреү" темаһын үҙ эсенә алған районда тәүгә яңыса форматтағы хеҙмәткәрҙәр өсөн семинар - уҡыуҙар үткәрелде.
Иң тәүҙә, Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев, Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәтенең Граждандар оборонаһы, терроризм һәм экстремизмға ҡаршы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлек мөдире Әмир Дарис улы Шәһивәлиев сараның маҡсаты, әһәмиәтле яғы менән хеҙмәткәрҙәрҙе таныштырып, билдәләнгән эшкә уңыштар теләнеләр.
- Хәүефһеҙлекте тәьмин итеү саралары белем биреү учреждениеларында тейешле кимәлдә һаҡланырға тейеш, һәм, бөгөн ошо мөһим сараны һәр белем биреү усағында үткәреү кәрәк. Был һорау бөгөн һәр көн һайын балаһын мәктәпкә оҙатҡан ата -әсәләрҙе лә борсойҙор. Шуның өсөн мәктәптәрҙең хәүефһеҙ йәшәүгә һәм террорға ҡаршы, ә унда эшләүсе хеҙмәткәрҙең ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу осрағына әҙер булыуы бик тә мөһим. Һәр ваҡыт террорға ҡаршы әҙер торорға тейешбеҙ, хәүефһеҙ тормошто тәьмин итеү - беҙҙең бурыс. Бөгөнгө сарабыҙҙың әһәмиәтле яғы ла тап шунда, - тине мәктәп етәксеһе Йәмил Ишбулды улы.
Артабан мәктәптең административ - хужалыҡ эштәре буйынса директор урынбаҫары Әбүзәр Искәнйәр улы Ураҙғолов һәм "Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау" дәресе уҡытыусыһы Илдус Ғәйзулла улы Кинйәбулатов ҡатнашыусы хеҙмәткәрҙәрҙе сара программаһы, эш тәртибе менән таныштырҙылар.
Шунан тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса Байназар участка амбулаторияһы врачы Әлфинә Азат ҡыҙы Ишбулатова ауыр хәлгә тарыусы тын ала алмаған, йөрәге типмәгән осраҡта яһалма тын алдырыу, йөрәккә массаж эшләү алымдарын манекенда эшләп күрһәтте. Хеҙмәткәрҙәр үҙҙәре тыңлап ҡына ҡалмайынса, төрлө хәлдәргә осраған саҡта, ниндәй ярҙам күрһәтеү тураһында һорауҙарына яуап алды.
"Мәктәп персоналын янғын хәүефһеҙлегенә өйрәтеү" буйынса янғын сыҡҡан осраҡта балаларға нисек тиҙ арала ярҙам күрһәтеү, янғынды һүндереү, янғын ваҡытында мәктәптәге янғын крандары һәм ут һүндереү ҡорамалдары менән эш итеү тураһында 73 -сө район янғын һүндереү участкаһының ҡарауыл начальнигы Фәйез Вәғиз улы Сәйетбатталов менән янғын һүндереүсеһе Наиль Рауил улы Ғәзизов, автоматик янғын сигнализацияһы, "Хәүеф төймәһе" һәм электр хәүефһеҙлеге буйынса "Иманлы йорт" ойошмаһы етәксеһе Рәмил Рәхимйән улы Ишемғужин хеҙмәткәрҙәргә аңлатып һөйләп, ғәмәли дәрес - күнекмәләр үткәрҙеләр.
Теманы дауам итеп, Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәтенең Граждандар оборонаһы, терроризм һәм экстремизмға ҡаршы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса бүлек мөдире Әмир Әмир Дарис улы мәктәпте террорға ҡаршы һаҡланыу саралары менән тәьмин итеүҙең мөһим эш икәнен, белем усаҡтарында эшләүсе хеҙмәткәрҙәрҙең балаларҙың ғүмере һәм һаулығы өсөн яуаплы булыуҙарын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Мәктәптәрҙә видеокүҙәтеү, тауышлы хәбәр иткес ( речевое оповещение), "Хәүеф төймәләре" бар. Әммә ваҡыт үтә, ул ҡорамалдар, бигерәк тә, видеокамералар модернизациялау һәм хеҙмәтләндереү талап итә. Балалар менән күнекмәләрҙе, инструктаж кеүек иҫкәртеү сараларын даими рәүештә үткәреп тороу кәрәк, балаларҙың тәртибенә иғтибарлы булырға, айырыуса социаль селтәрҙәрҙе мониторингларға, тикшереп торорға һәм анализларға кәрәк.
Хәүеф эргәлә генә икәнен онотмайыҡ!
Берҙәм ҡотҡарыу хеҙмәте номерҙарын һәр кем иҫендә тотһон ине, - тине ул һүҙен йомғаҡлап.
Уҡыуҙарҙа ҡатнашыусы хеҙмәткәрҙәр был сараның шул тиклем ҙур әһәмиәткә эйә булыуҙарына, бик күп кәрәкле мәғлүмәттәр алыуҙарына, файҙалы күнекмәләр үтеүҙәренә ҡыуанып, ойоштороусыларға рәхмәт белдерҙеләр.
Хеҙмәткәрҙәрҙең һүҙҙәренән, был әһәмиәтле сара уларға бик оҡшаны. Улар был сарала үҙҙәрен ысын ҡотҡарыусылар итеп хис итеү мөмкинселегенә эйә булдылар.
- Ябай булмаған әлеге осорҙа, хәүефһеҙлек буйынса белемдәрен киңәйткән, ғәмәли күнекмәләргә эйә булған белем усағы хеҙмәткәрҙәренең яуаплы эштәрендә уңыштар теләп, үҙ эштәрен тулы кимәлдә үтәп, уңышлы эшләрҙәренә ышанысыбыҙ, әлбиттә, ҙур, - тигән теләктә ҡалды мәктәп етәксеһе Йәмил Ишбулды улы.
Сәйҙә Сәйәхова,
хәбәрсе, Бөрйән районы, Байназар ауылы.