1992 йылдың көҙөндә Стәрлетамаҡ педагогия академияһында туған телде артабан камиллаштырыу проблемалары буйынса ғилми конференция бара. Тәнәфестә эргәмә урта буйлы матур бер ҡатын килеп оялсан ғына иҫәнләште һәм ғәфү үтенеп, бер нисә минут ваҡыт бүлеүемде һораны.
Үҙе менән таныштырғандан һуң, мин эшләгән институтҡа аспирантураға уҡыр ға инеп, кандидатлыҡ диссертацияһы яҙырға теләгәнен белдерҙе. Кәңәш һораны. Мин уға аспирантураға инеү юлдарын, уҡыуҙың көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу формалары булыуын һәм ниндәй фәндәрҙән имтихандар биреү кәрәклеген аңлаттым. Уҡырға ингәс, ғилми етәксегә беркетеләсәген белдерҙем.
Ул үҙенә етәксе булыуымды үтенеп һораны. Шул рәүешле РәмзәнәӘсхәт ҡыҙы Абуталипова – минең аспирантым, мин уның ғилми етәксеһе булып киттем.
Бихисап йылдар Стәрлетамаҡ педагогия институтында башҡорт телен һәм методикаһын уҡытып, байтаҡ тәжрибә туплаған эшлекле уҡытыусы бик актуаль, заман талаптарына тап килгән “Рус телле уҡыусыларҙы башҡорт грамотаһына өйрәтеү” тигән тема һайланы.
Тап шул йылдарҙа милли республикаларҙа, шул иҫәптән Башҡортостанда ла, туған телдәрҙе – дәүләт теле тип иғлан итеү мәсьәләләре хәл ителә ине. Шул маҡсаттан республикала рус телле уҡыусыларҙы башҡорт теленә өйрәтеү өсөн махсус дәреслектәр, методик ҡулланмалар, һүҙлектәр төҙөлә башлағайны. Р.Ә. Абуталипова ла был эшкә ең һыҙғанып тотондоУл ғилми мәҡәләләр яҙҙы, ғилми конференцияларҙа тел уҡытыу проблемаларына арналған сығыштар яһаны мәктәптәрҙә уҡытыусылар менән берлектә төрлө эксперименттар үткәреп, диссертацияһы өсөн бай материал тупланы. Эш араһында Мәскәүгә консультацияға килергә, Рәсәй Федерацияһының милли китапханаһында шөғөлләнергә лә форсат тапты.
1995 йылда Рәмзәнә Әсхәт ҡыҙы кандидатлыҡ диссертацияһын бик уңышлы яҡлап сыҡты, шауҡымы ла көслө булды. Сөнки ҙур, заманы өсөн мөһим проблеманы төрлө яҡлап асырға теләүселәр республикала етәрлек ине: Стәрлетамаҡ педколледжынан Әмерханова Г.И. (“Балалар баҡсаһында рус телле балаларҙы башҡорт теленә өйрәтеү”, БДУ-ның Сибай филиалынан Файзуллина Л.Р. (“Башланғыс клас тарҙа рус телле уҡыусыларға башҡорт телен уҡытыу”), Башҡортостан Респуб ликаһы Мәғариф министрлығынан Юлмөхәмәтов М.Б. (“Рус телле юғары класс уҡыусыларына башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу”). Улар бөгөн барыһы ла Мәскәүҙә Милли мәктәптәр институтында диссертация яҡлап фән кандидаты дәрәжәһенә лайыҡ булған кешеләр. Ул ғына ла түгел, Рәмзәнә Абуталипованың был методикаһы башҡа республика белгестәренә лә бик йоғонтоло булды. Уны Ҡарасәй-Черкес, Алтай, Ҡабарҙы-Балҡар, Татарстан, хатта Ҡаҙағстан ғалимдары ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнде.
Талантлы, ныҡышмал Рәмзән Әсхәт ҡыҙы башҡорт телен төрлөяҡлап өйрәнә, бер туҡтауһыҙ яңы асыштар яһай, мәҡәләләр яҙа: “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында ғына уның өс тиҫтәнән артыҡ мәҡәләһе донъя күрә (ә бөтәһе – 250-гә яҡын). Ул башҡорт теленең аспектуаллек, функциональ, семантик категорияһын ныҡлап өйрәнә, уның уҡытыу-методик комплексын булдыра, “Төрки телдәрҙә аспектуаль мәсьә ләләрҙе репрезентациалаусы саралар” исемле монографияһын яҙа.
Ул ғилми хеҙмәтен шулай яйлап-яйлап үҫтереп профессор М.В. Зәйнуллин етәкселегендә “Башҡорт телендә аспектуаллек функциональ-семантик категорияһы” исемле докторлыҡ диссертацияһы кимәленә еткерә. 2009 йылда ул диссертацияһын уңышлы яҡлап сыға. Оппоненттары профессор Д.М. Носилов һәм профессор М.З. Зәкиев Р.Ә. Абуталипованың һөҙөмтәле ҙур хеҙмәтен “был төрки филология фәндәре өлкәһендә яңы ғилми асыш” тип юғары баһаланылар.
Талантлы кеше бөтә яҡлап та талантлы була, тиеүҙәре дөрөҫ.
Р.Ә. Абуталипова республикала күренекле ғалим, яҙыусы, шағир, йәмәғәт эшмәкәре, оҫта йырсы булараҡ та танылған шәхес. Уның шиғырҙарына композиторҙар йырҙар ижад итә.
Бынан һуң да уның ижад ҡомары һүнмәҫенә мин ышанам. Ошондай күп яҡлы һөнәрле, талантлы, көслө рухлы, фән донъяһына мөкиббән бирелгән уҡыусымды 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайым. Уның менән сикһеҙ ғорурланам, хатта маҡтанам да!