Бөтә яңылыҡтар
Начальная школа
28 Ноябрь , 13:21

Дәрестәрҙә уҡыусыларҙың функциональ грамоталылыҡтарын үҫтереү

Г.И. ШАКИРОВА, Өфө ҡалаһының 115-се гиназияһы уҡытыусыһы

Заман талаптарына яуап биреүгә һәләтле кешеләр тәрбиәләүҙә  балаларҙың функциональ грамоталылыҡтарын үҫтереү ҙур роль уйнай. Федераль дәүләт дөйөм белем биреү сиктәрендә ошо мөһим компетенцияны үҫтереүгә нығыраҡ баҫым яһала, сөнки илебеҙгә белемле һәм тормоштоң бер туҡтауһыҙ үҙгәреүе шарттарына тиҙ яраҡлаша алырлыҡ граждандар формалаштырыуға үҙ өлөшөн индереү мәктәп уҡытыусыһы алдында төп бурыс булып тора.

Функциональ грамоталылыҡ – ул уҡыу процесында алынған белемде тормошта   ҡуллана белеү. Бындай һәләткә эйә кеше төрлө көнкүреш һорауҙарын тиҙ хәл итә, төрлө социаль хәл-ваҡиғалар барышында оҫта һөйләшә, шулай уҡ алған белемдәрен практикала ҡуллана, яңылыҡтарҙы тиҙ ҡабул итеп, уларҙы төрлө йәшәйеш һорауҙарын хәл итеүгә йүнәлтә белә. Ошо компетентлыҡтары кешеләрҙе төрлө конкуренция шарттарында юғалып ҡалмаҫлыҡ итә һәм улар заманса тормошта уңышлыраҡ булалар.

Функциональ грамоталылыҡтың төрҙәре лә бихисап. Уҡыу процесында уҡыусыларға теге йәки был эш төрҙәре балаларҙың йәш үҙенсәлеген иҫәпкә алып тәҡдим ителә. Эш еңелдән ауырға принцибы буйынса башҡарыла. Функциональ грамоталылыҡты булдырыуҙа бер компетенция икенсеһе менән тығыҙ бәйләнеп килә. Тимәк, уҡыусыларҙа функциональ грамоталылыҡты үҫтереү төрлө йүнәлештә алып барылырға тейеш.

 

 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡытыусылар күберәге уҡыу һәм коммуникатив грамоталылыҡты үҫтереүгә иғтибар итә. Грамоталы уҡыу –  ул текстағы мәғлүмәтте энәһенән ебенәсә тулыһынса алыу һәләте. Ул тексты аңлы уҡыуға ҡайтып ҡала һәм бирелгән мәғлүмәтте төрлөсә ҡулланырға өйрәтә.  Мәҫәлән, IV класс (дәүләт (башҡорт) теле).

 

Текстың йөкмәткеһен асыу өсөн һорауҙар.

  1. Текст ҡыҙҙар тураһындамы әллә малайҙар хаҡындамы? Ни өсөн?
  2. Кем текст төҙөргә ҡуша?
  3. Кем үҙенең дуҫы хаҡында яҙа? Ҡайҙан белдегеҙ?
  4. Әминәнең дуҫы ниндәй?
  5. Ҡыҙҙарҙың ҡайһыныһы математиканы яҡшы белә? Ҡайҙан белдегеҙ?
  6. Әминәгә рус теленән кем ярҙам итә?
  7. Һеҙҙең класта Полина кеүек балалар бармы? Кемдәр?

 

Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар” хикәйәһе.

Экранда бирелгән хайуан һүрәттәре араһынан текста бирелгән хайуандарҙы билдәләгеҙ. Был эш төрөн ябай ғына итеп маркерҙар ярҙамында башҡарырға була, шулай уҡ интерактив күнегеү булараҡ та тәҡдим итергә мөмкин. Мәҫәлән, дөрөҫ яуап булған конкрет һүрәткә баҫһаң, хайуандар атамаһы аҫта  яҙыла бара. Әгәр дөрөҫ булмаһа, һүрәттәр урынында әйләнә. Эш күргәҙмәлелек принцибына ҡоролоп, балалар текстың йөкмәткеһен еңелерәк үҙләштерә. Был эш төрөндә балалар ҡыр хайуандарын танырға өйрәнә һәм беҙҙең урмандарҙа йәшәгән хайуандар менән таныша, уларҙың атамаһын хәтерендә ҡалдыра. Хикәйәнең йөкмәткеһе аша уларҙың тормошо тураһында белә. Кешенең ҡырағай йәнлектәргә ҡышҡы селләлә ярҙамы хаҡында ла мәғлүмәтле була.

Математик грамоталылыҡ – ул индивидумдың көнкүреш шарттарында математика буйынса алған белемдәрен ҡуллана белеүе. Был компетенция төрлө иҫәп-хисап, һанап сығарыуға ҡоролған. Мәҫәлән, V класта Фәрит Иҫәнғоловтың “Хәмит күпере” хикәйәһендә Вәлит бер аршин (71см) хәрефтәр менән  “Бында Вәлит үҙе йәшәй” тип яҙып ҡуя. Вәлиттең был яҙмаһы яҡынса нисә метрға һуҙыла тип, математик мәсьәләне, тиҙ генә һанап сығарырға, уҡыу кабинетының үлсәмдәре менән сағыштырырға ла мөмкин.

Тәбиғи фәндәр буйынса грамоталылыҡ – ул шәхестең тәбиғи фәндәр өлкәһендә йәмғиәттә үҙ позицияһының булыуы. Уны формалаштырыуҙа виртуаль экскурсиялар, видеороликтар яҡшы ысул. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә лә ошо йүнәлештә эштәр алып барыла. Мәҫәлән, башҡорт халыҡ ижады өлгөләренән Ҡәнифә күҙ терәп килгән, А. Йәғәфәрованың “Урал иле” әкиәтенең йөкмәткеһен өйрәнгәндә Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙо хаҡында белешмә бирәм. Ул Кесе Етегән йондоҙлоғоноң бер йондоҙо булып, тап төньяҡ полюстың өҫтөндә урынлашҡан. Ғөмүмән, башҡорт фольклорында күк есемдәре хаҡында мәғлүмәт киң урын алып тора.

Компьютерҙы ҡулланыу грамоталылығы – ул замана кешеһенең информатика өлкәһендә алған белемдәрен үҙ тормошонда ҡуллана белеүе.

Төрҙәре:

  1. Белешмәләр сығанағы.
  2. Текстар йыйыу.
  3. Проект, эҙләнеү эштәрен яҡлағанда, сығыштар яһағанда презентациялар.
  4. Диаграмма, график, схема, таблицалар төҙөү.
  5. Буклет, брошюралар.
  6. Проекттар.
  7. Тәржемәләрҙә, һүҙлек эшендә файҙаланыу.
  8. Электрон почта менән ҡулланыу.
  9. Чаттар булдырыу һәм улар аша аралашыу һәм мәғлүмәт менән бүлешеү.
  10. Болот технологияларын ҡулланыу.

 

Мин үҙемдең дәрестәремдә йыш ҡына интереактив күнегеүҙәр ҡулланам. Юғарыла әйтелгән башҡорт халыҡ ижадынан алынған текстар өҫтөндә эшләгәндә файҙаланылған интерактив плакатта түбәндәгеләрҙе күрһәтәм: презентацияла анимациялар функцияһы аша Ер шарын әйләнеп торорлоҡ итеп эшләнем. Башҡорттар элек-электән Тимер Ҡаҙыҡ йондоҙоноң Ерҙән ҡарағанда хәрәкәтһеҙ булыуын аңлаған һәм Тимер Ҡаҙыҡ тип атаған. Бында балалар Ер хәрәкәтен, көнсығыш һәм көнбайыш тарафтарын глобус ярҙамында түгел, экрандағы интерактив аша төшөнәләр. “Алып батыр” әкиәтендәге күк есемдәрен дә ошо универсаль интерактив плакат аша күрһәтәм. Зөһрә йондоҙ һәм Сулпан йондоҙҙарының бер Венера планетаһы булыуын аңлатам. Ул йондоҙ (газ шары) түгел. Беҙ планетаның ҡояштағы сағылышын ғына күрәбеҙ. Компас приборының эшләү мәғәнәһе хаҡында ла аңлатма бирелә.

 

 Ә йондоҙ Рәми Ғариповтың “Минең йондоҙом” шиғырына яҙылған йыр клибына триггер булып тора. Балалар үҙҙәре лә компьютер ҡулланып, презентациялар төҙөйҙәр, онлайн һүҙлектәр менән эшләйҙәр, онлайн тестар үтәләр, анкеталар тултыралар, йәнһүрәттәр, видеороликтар һ.б. эшләйҙәр.

Компьютер технологияларын ҡулланғанда QR-кодтар отошло алымдарҙың береһе. Мәҫәлән, беҙҙең  авторҙар коллективы сығарған “Афарин” уҡыу ҡулланмаһында ла QR-кодтар бирелде. Улар уҡыу ҡулланмаһы авторҙары Г.И. Шакированың һәм Б.З. Астанованың тауыштарын ишетеү мөмкинлеген бирә. Шулай уҡ QR – код аҫтында интерактив тестар ҙа, аудио һәм видеояҙмалар ҙа тәҡдим итергә була. Уларҙы карточкалар, эш дәфтәрҙәре биттәре төҙөгәндә лә файҙаланам.

Хәүефһеҙлек, сәләмәтлекте һаҡлау ҡағиҙәләренә ярашлы – компьютерҙы, интернетты ҡулланыу – һанлы компетенцияны (цифровая грамотность)  үҫтереү ҙә бөгөнгө көндә бик актуаль мәсьәләләрҙең береһе. Төрлө информацион технологияларҙы ҡулланғанда уҡытыусылар ошо йүнәлештә лә эш алып барырға бурыслы.

Коммуникатив грамоталылыҡ – эффектлы һәм конфликтһыҙ һөйләшергә өйрәнеү. Ул телмәр мәҙәниәтен, тел һәм телмәр оҫталығын, аралышыу психологияһын, логикаһын һәм этикаһын үҙенә берләштерә. Кешегә белешмәгә эйә булыу йәки мәғлүмәт менән бүлешеү маҡсатында, төрлө шарттарҙа бер йәки күп кеше алдында йөкмәткеле һәм мәҙәни аралаша белеү зарур. Ҡанатлы һүҙҙәр менән әйткәндә, “ауыҙына ҡаратып һөйләй” белергә тейеш. Бының өсөн дәрестәрҙә төрлө диалог, монологтар төҙөү һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу, бәләкәй генә сәхнәләштереүҙәр, видеороликтар төшөрөү, аудиояҙмалар яҙҙырыу, шиғырҙар һөйләп флешмобтарҙа ҡатнашыу – дөрөҫ һөйләш, аралашыу компетенцияһын булдырыу өсөн тәғәйен эш төрҙәре. Программист Айгиз Ҡунафиндың “Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды” тарафынан тәҡдим ителгән аҡыллы “Һомай” колонкаһы менән һөйләшеү ҙә ошо юҫыҡта эштә күркәм өлгө булып тора. Бындай эштәр һөйләү телмәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Ғөмүмән, тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларының төп эше – баланы дөрөҫ һәм матур һөйләшергә, фекерләргә өйрәтеү.

Юридик грамоталылыҡ – ул граждандарҙың хоҡуҡи һорауҙарҙа хәбәрҙәр булыуы, юридик нормаларҙы һәм закондарҙы аңлауы, уларҙы килеп тыуған сетерекле мәсьәләләрҙе хәл иткәндә ҡуллана белеүе. Был компетенцияны ла шәхес формалаша башлағанда үҫтерә башлау хәйерле. Миҫал өсөн VIII класта Нажия Игеҙйәнованың “Кескәй шишмә” хикәйәһен алайыҡ. Һайланма уҡыу өсөн түбәндәге контекст тәҡдим ителә: Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексы, 63-сө статья; ата – әсәләрҙең бала тәрбиәләүҙәге хоҡуҡтары һәм бурыстары; «Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау тураһында» 10.01.2002 йылдағы 7-се Федераль закон. (26.03.2022 редакторланған); 11-се статья. Граждандарҙың тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге хоҡуҡтары һәм бурыстары – ошо закондарҙың сағылышы хикәйәлә ҡайһы юлдарҙа бирелгән? Йәки Талха Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” әҫәрендә (әкиәттәрҙә) кешеләрҙең ниндәй хоҡуҡтары боҙолған? Ни өсөн? тигән һорауҙарға яуап эҙләргә мөмкин. Шул уҡ әҫәрҙә, төп геройҙың улы аҡсаһын эскегә тотонмаһа, әсәһенә йәшәү шарттары булдырыу өсөн, нимәләр эшләргә булыр ине, тигән темаға әңгәмә ойоштороу отошло. Аҡсаны елгә осороуҙың тағы ниндәй заманса ысулдары бар һәм уларҙан нисек һаҡланырға, тигән һорауға яуаптар яҙыу ҙа отошло алымдарҙың береһе. Шулай итеп, финанс грамоталылыҡ булдырыу өҫтөндә лә эш бара. Финанс грамоталылыҡ – ул аҡса һәм уны дөрөҫ һәм файҙалы тотоноуға ҡағылған мәсьәләләрҙә мәғлүмәтле булыу һәм дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итеү.

Экологик компетентлыҡ – ул тәбиғәт, беҙҙе уратып алған тирә-яҡ мөхит тураһында белеү генә түгел, ә беҙҙең ҡылығыбыҙ уға нисек тәьҫир итеүен аңлауға ҡайтып ҡала. А. Игебаевтың “Донъябыҙҙан ни ҡала?”, Б. Бикбайҙың “Ер” поэмаһы, Н. Мусиндың “Мәңгелек урман” әҫәрҙәре ошо хаҡта мәғлүмәт бирә. А. Йәғәфәрованың “Яҡшылыҡ” әкиәтендә шишмәләрҙе таҙартыуҙың эҙмә-эҙ алгоритмы бирелгән.

Ижадилылыҡ һәләте йәки креативлылыҡ – ул стандарт булмаған фекер йөрөтөү, яңы идеяларҙы алып, үҙеңде ижади яҡтан асыу. Креатив грамоталылығы булғандар тормоштағы хәл-ваҡиғаларға һәм уҡыу процесында төрлө темаларға күп ҡарашлы була һәм улар уникаль ҡарарҙар ҡабул итеүгә һәләтлеләр. Был компетенцияның дүрт билдәһе бар. Креатив шәхес ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тиҙ генә әллә күпме идеялар күтәреп сыға ала. Уға һығылмалылыҡ хас. Уның идеялары күп төрлө, күп яҡлы. Ул стандарт булмаған, оригиналь идеялар яҡлы. Уның идеялары һәр ваҡыт тамамланған төҫтә бирелә.  Функциональ грамоталылыҡтың был компоненты башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә төрлө күнегеүҙәр һәм эштәр ярҙамында үҫтерелә.  Улар телдән эшләү формаһында ла, яҙма рәүештә лә булырға мөмкин. Мәҫәлән, дәрестән тыш эшмәкәрлектә “Әлләсе” уйыны. Һүҙҙең мәғәнәһен командалаштарына аңлатыу өсөн, бала төрлө фразалар төҙөй, һүрәт төшөрә, ым-ишара ла ҡуллана. Шиғырҙарҙы йәки сәсмә әҫәрҙәрҙе уҡыу өсөн паузалар, баҫымдар, тон һәм башҡа тасуири уҡыу элементтарын файҙалана. Сәхнәләштереүҙә телмәр өҫтөндә генә эшләмәйҙәр, декорация, костюм, реквизиттар әҙерләү кеүек эштәрҙе лә ихлас башҡаралар. Текстарҙың йөкмәткеһе өҫтөндә эштә лә, ижадилыҡ йәнәш йөрөй. Мәҫәлән, иллюстрациялар, йәнһүрәт, видеороликтар төшөрөү ҙә, проект эштәре лә,  уҡыусының ижадилығын арттырыуға булышлыҡ итә. Иншалар яҙыу эше – тулыһынса ижади процесс.

Шәхес үҙенең ижади һәләте менән яһалма интеллекттан айырыла. Ижади ҡараш кешене кеше итә торған факторҙарҙың береһе. Сөнки уның эшмәкәрлеге әҙер алгоритмға ҡоролмаған. Стандарт булмаған фекере арҡаһында кеше туҡтауһыҙ үҫешә, камиллаша бара. Шуға күрә был компетенцияны үҫтереү – балаларҙы оло тормош юлына сығарғанда мөһим талаптарҙың береһе булып тора.

Донъяны танып-белеү грамоталылығы – ул баланың китаптарҙан, интернет селтәрҙәренән, һүҙлек һәм энциклопедияларҙан үҙенә кәрәк төрлө мәғлүмәтте таба белеү һәләте. Уҡыусының мәктәптәге бөтә эше – мәғлүмәт алыу, уны киңәйтеү һәм күбәйтеү. Был һәләтлелекте үҫтереүҙә башватҡыстар айырым иғтибарға лайыҡ. Мәҫәлән, кроссвордтар. Улар ярҙамында балалар текстан мәғлүмәт табып ҡына ҡалмай, текст буйынса үҙҙәре лә кроссвордтар төҙөй. Бының өсөн улар алдында һорауҙарҙы ла дөрөҫ төҙөү бурысы ҡуйыла. Кроссворд төҙөү өсөн төрлө онлайн конструкторҙар ҙа интернет селтәрендә байтаҡ.

Функциональ грамоталылыҡ – ул кешенең бөтә нәмәнән дә фәһем, мәғлүмәт алыу һәм уларҙы тормоштоң төрлө боролоштарында файҙалана, шул мәғлүмәттәрҙе ҡуллана белеп йәшәү һәләте. Күп белгәндәрҙең, ябай ғына тел менән әйткәндә, аҡыллы, зирәк, отҡор кешеләрҙең хәҙерге заманда баһаһы ҙур.

Уҡыусыны төрлө яҡлап үҫтереү, оло тормош юлына әҙерләү, уны артабан мәғлүмәт ағымында йәшәргә өйрәтеү, дөрөҫ аралаша белгән креатив, аҡыллы шәхес әҙерләү өсөн уҡытыусынан да ҙур көс, мәғлүмәтлелек, уҡыу процесына ентекле әҙерлек талап итә. Функциональ грамоталы кешене формалаштырыу еңел түгел, әммә уның һөҙөмтәһе педагогтарҙың бөтә тырышлыҡтарын аҡлай торған бик мөһим эшмәкәрлек.

Автор:Альфия Янтурина
Читайте нас: