Дим буйында ҡалҡыулыҡта урынлашҡан Ҡаҙанлы ауылы уртаһында ике ҡатлы яңы мәктәп төҙөлдө. Ап-аҡ стеналар, ҙур тәҙрәләр ауылға йәм өҫтәне. Төҙөлөп бөткәнгә тиклем үк, яҙ башы менән, мәктәптең тирә-яғына емеш ағастары, гөл-сәскәләр ултыртылды. Уҡытыусылар кабинеттарҙы, ике ҡаттың коридорҙарын биҙәне. Мәктәп коллективы уҡыу йортон асыу тантанаһына әҙерләнде.
Яңы уҡыу йылы башланыуға ике аҙна самаһы ҡалғас, ифрат көслө ҡойма ямғыр яуҙы. Өҫкө ҡаттағы кабинеттарҙа эшләп
йөрөгән уҡытыусылар һәм уҡыусылар түшәмдән аҡҡан һыуҙы күреп, сыр-сыу килеп беренсе ҡатҡа йүгерҙе. Кабинеттарҙа шыбырҙаған ямғыр һыуы беренсе ҡат түшәменән дә аға башланы. Икенсе ҡаттың коридорында иһә ямғыр һыуынан ҙур ғына күләүек хасил булды.
Ямғыр тыныу менән уҡытыусылар күнәктәр тотоп, стенаға беркетелгән тимер баҫҡыс буйлап мәктәп түбәһенә менеп китте, түшәм уртаһына йыйылған тәрән күләүек һыуын түгергә тотондо. Ямғыр ҡабатлап яуҙы, шунлыҡтан алдағы көндә лә түшәмде тиҙ генә ямарға мөмкинлек булманы. Ямғыр туҡтап, бер нисә көндән түшәм кипкәс, нефть сығарыу идараһы эшселәре ярҙамы менән бетон плиталар араһына иретеп ыҫмала ҡойолдо, рубероид түшәлде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кабинеттарҙағы өр-яңы техник саралар боҙолдо, күп уҡыу әсбаптары тәләфләнде, стена, түшәмдәрҙең буяуы ҡупты.
Әммә уҡытыусылар күңелдәрен төшөрмәне, кабинеттарҙы элекке хәленә ҡайтарырға тырышты.
Йәш уҡытыусы Йософҡа уҡытыусылар бүлмәһендә эшләү бурысы йөкләтелде. Түшәмдән ҡубып төшкән штукатурка киҫәктәрен өҫтәлдән йыйып алғанда, журналдар өҫтөндә асыҡ ятҡан проект-смета документтарын күрҙе.
Ҡағыҙҙарҙы нисек ҡулына алып уҡый башлауын һиҙмәй ҙә ҡалды, сөнки күҙенә суйын йылытыу батареялары тигән һүҙҙәр салынғайны. Егет тәҙрә аҫтындағы йоҡа ғына тимер батареялар эсенән бармаҡ йыуанлыҡ ҡына торба үткәнен күреп иҫе киткәйне. Шулар нисек йылытһын бинаны тигән уй үткәйне башынан. Проектта иҙән ағас таҡталарҙан булырға тейеш тип күрһәтелгән, ә ысынында бетон өҫтөнә ҡулланыуҙа булған иҫке линолеум түшәлгән. Ишектәр иҫке... Стеналар кирбес урынына бетондан... Йософ бөтә документтарҙы ҡарап сыҡты ла мәктәп директоры кабинетына йүнәлде. Хәлил Хәлитович уны көтөп кенә торғандай кабинетынан сығып килә ине, ишеген бикләне лә, яҡынайған Йософҡа ни йомош тип өндәште.
– Хәлил Хәлитович, мин уҡытыусылар бүлмәһен йыйыштырғанда төҙөлөш документтарын ҡарап, ни өсөн түшәмдән һыу
үткәнен аңланым, бәлки, төҙөүселәрҙе кире саҡырырға кәрәктер.
– Мәктәпте ҡабул итеп өлгөрҙөк шул...
Хәҙер улар икенсе объектта.
– Хәлил Хәлитович! Эшләгән эштәре проектҡа бөтөнләй тура килмәй бит.
– Ҡағыҙға яҙыла инде ул, хыялланған булабыҙ. Ә ысынында хәлеңә ҡарап...
– Ҡышҡа кергәс, ни эшләрбеҙ? Туңасаҡбыҙ бит.
– Һин ниңә үҙеңә ҡағылмаған эшкә тығылаһың? Белмәһәң бел, йылытыу системаһы тотошлай ҡорос торбаларҙан торасаҡ. Шеф-нефтселәр менән һөйләшелгән.
– Бында бәлә йылытыу системаһында ғына түгел... Түбәһенә плиталар нисек һалынған? Урыны менән нисәмә тонна тартҡан түшәм килеп төшөргә генә тора. Бәлә-ҡаза булһа, үҙегеҙгә яуап бирергә бит. Хәлил Хәлитович, ошо яуапһыҙлыҡты иҫбат итергә рөхсәт итегеҙ.
Төҙөүселәрҙе яңынан эшкә ҡушырға мөмкин буласаҡ шунда, – тип, сыға башлаған етәксеһенең артынан эйәрҙе.
– Уй хәстрүш, һине кем тыңлаһын? – Мин ошо ауылда сабый саҡтан егелеп эшләп үҫкән егет. Балаларҙы, һөнәремде яратам. Уҡытыусыларға уңышлы эшләү, балаларға белем алыу өсөн тейешле шарттар булыуын теләйем. Һеҙҙе лә, уҡытыусым булараҡ, хөрмәт итәм, рәхәтләнеп, тыныс ҡына эшләүегеҙҙе теләйем.
– Етте, философ! Тамам арыттың. Ни теләһәң шуны эшлә, тик минән башҡа, – тине лә, ғәҙәттәгесә текә генә ҡулдарын
һелтәп, шәп итеп китеп барҙы директор.
Көтмәгәндә Хәлил Хәлитович ауырып китте һәм эштән китергә мәжбүр булды.
Уның урынына килене Сәмиға Зариф ҡыҙы килде. Йәш директор мәктәп түбәһен нығытыу, йылылыҡ системаһын ҡайтанан ҡороу мәсьәләләре менән Октябрьский һәм Туймазы ҡалаларының нефть һәм газ сығарыу идаралыҡтары етәкселеге менән бер нисә тапҡыр барып һөйләшеп ҡараны, ләкин эш урынынан ҡуҙғалманы.
Иҫке төҙөлөш материалдарынан йыйылған был бинаны төҙөгәс, проект-смета документтарына ярашлы алынған төҙөлөш материалдарының ҡайҙа булыуы тураһындағы уйҙар Йософҡа тынғы бирмәне. Иртәгә үк райкомдың беренсе секретары исеменә яҙылған ғаризаһын тапшырырға булды. Йософтоң ғаризаһын ҡабул итеү бүлмәһендә секретарға тапшырырға ҡуштылар, ә беренсе секретарь менән осрашыу өсөн бер нисә көн алда яҙылырға кәрәк икән. «Ярай, ғаризаны алғас, яуабы булыр әле», – тип Йософ райкомдан сығып китте.
Дүшәмбе Йософ бик иртә уянды. Күңеле тыныс түгел ине. «Ғариза тураһында директорға хәбәр иттеләрме икән? Әллә уҡытыуҙы кире иҫке мәктәпкә күсереп тороп, яңы мәктәпкә төҙөүселәр бригадаһын эшкә ҡушырға булдылармы икән?» – тип уйланды ул.
Йософто бөгөн тәүге тапҡыр ниндәйҙер тартыу көсө эшкә ашығырға мәжбүр итте. Мәктәпкә килеп ингәндә беренсе дәрескә ҡыңғырау тауышы яңғыраны. Кабинетына ингәс тә ишек шаҡынылар, ишекте киң асып райкомдың өсөнсө се
кретары, уның артынан райсовет рәйесе урынбаҫары, рус теле буйынса районметодик берекмә етәксеһе, ҡала мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусылар, мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынсадиректор урынбаҫары килеп инде.
Уларҙың артынан уҡытыусылар ултырғыстар ташыны. Бөтәһе ултырып бөткәс, Йософ тыныс ҡына иҫәнләште лә, дәресен башлап ебәрҙе...
Дүшәмбенән кесаҙнаға тиклем комиссия ағзалары тулы состав менән тик Йософ Сәлимовичтың дәрестәрендә генә
булды. Һәр көн һуңғы дәрестән һуң педсовет үткәрелде, уҡытыусының эшенә бер генә ыңғай баһа биреүсе лә табылманы.
Һәр класта уҡыусылар уҡытыусыһын һынатмаҫ өсөн ғәҙәттән тыш әүҙемлек күрһәтеп, дәрестең сифатын күтәрергә,
үҙҙәренең белемен күрһәтергә тырышты. Һуңғы дәрес аҙағында Йософ Сәлимовичтың күңеле тулып, күҙҙәре йәшләнде,
алтынсы класс уҡыусыларының һәр береһен һөйөп, яратып сығаһы килде. Ул илауҙан көскә тыйылып: «Рәхмәт һеҙгә,
балалар, хөрмәтегеҙ, хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!» – тип кенә әйтә алды. Йософ Сәлимович яратып туя алмаған уҡыусылары
менән эшләргә бирмәйәсәктәрен аңлай, үҙенең эш тәжрибәһен, дәрестәренең кимәлен, балаларының телмәр, аң үҫешен
тикшереүселәргә күрһәтә алырына бер шиге лә юҡ ине. Әммә тикшереүселәр алдына икенсе бурыс ҡуйылғайны. Дүртенсе көндәге йыйылыш аҙағында район мәғариф бүлегенең рус теле һәм әҙәбиәте буйынса методисы Зинаида Хәсәновна:
«Дүрт көн буйына эшләгән комиссия документтары әҙер булғас, эште йомғаҡлау өсөн бер аҙнанан педсовет үткәрәбеҙ. Унда райкомдың өсөнсө секретары Сәкинә Закировна буласаҡ», – тине.
Тикшереүселәр Йософтоң дәрестәр теҙмәһе буйынса ҡаралған бөтә дәресендә лә булды. Артабан коллективты йыйып,
педсовет үткәрелде. Педсоветты райкомдың өсөнсө секретары асты һәм һүҙ башланы: «Һеҙҙең мәктәп өҫтөнән райкомға
ялыу килеп төштө. Уны коллегағыҙ Дәүләтшин Йософ Сәлим улы яҙған. Кәрәкле кимәлдә уҡытыу-тәрбиә эше менән
шөғөлләнәһе урынға ул ялыу яҙып ята.
Бөгөн дәрестәрендә булдыҡ, эше бик насар. Бындай уҡытыусы мәктәптә эшләргә тейеш түгел, статья менән ҡыуырға
тигән тәҡдим бар».
Йософ өйөнә килеп ингәндә, педсоветҡа инеп тормайынса ҡайтҡан ҡатыны кескәй улын ҡосаҡлап, илап ултыра ине.
Ирҙең йәне әрнеһә лә, күҙенән йәш сыҡманы, ҡатыны Мәҙинәнең маңлайынанүпте, малайын ҡулына алып, күкрәгенә
ҡыҫты. «Беҙгә, брат, ебеп төшөргә ярамай. Тормош ул – көрәш!» – тине. Ул төшкө ашты ла ашап тормай, мотоциклын ҡыҙҙырып, район мәғариф бүлегенә юлланды. Методкабинетҡа килеп ингәндә, кабинет мөдире Салиха Мансур
ҡыҙы бүлмәлә үҙе генә ине.
– Салиха Мансур ҡыҙы, һаумыһығыҙ! Миңә Өфөгә профессиональ белемемде үҫтереү институтына барыу ихтыяжы тыуҙы.
– Башҡа уҡытыусыларҙы курсҡа барырға күндереп булмай, ә һеҙ үҙ теләгегеҙ менән барырға уйлағанһығыҙ. Похвально!
Бер айлыҡҡа яҙайыммы? Ун көнлөккә лә йүнәлтмә бар...
– Әйҙә айлыҡҡа яҙығыҙ, мөмкинлек булғанда белемде үҫтерергә кәрәк.
***
Дүшәмбе көн Йософ иртәнге алтылағы электричкаға йәйәүләп сығып китте, ярты сәғәттә ете саҡрымды йүгерә-атлай үтеп, уны түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Баш ҡаланың тимер юл вокзалынан трамвай менән килеп «Балалар донъяһы» магазины алдындағы туҡталышта төшөп атланы. Институт алдында бер һомғол башҡорт егетенең тирә-яғына ҡаранып тороуын күреп, Йософ уның ҡаршыһында туҡтаны. Теге ҡапыл ҡулын һоноп, яғымлы ғына:
«Һаумыһығыҙ! – тине. Йософ та, танышын күргәндәй, ҡулын һондо.
– Мин Самат Салауат улы булам. Ә һеҙ...
– Ә мин – Йософ Сәлим улы.
– Һеҙҙе кем йәберләне? – тип һораны яңы танышы Йософтоң күҙҙәренә төбәлеп. Йософ үҙен йәлләп ҡуйҙы, бөтөнләй сит
кешенең бер күҙ һалыуҙа уның хәлен аңлағанына аптыраны. «Ҡайҙа барғанын белмәй йөрөгән кешене ышанысһыҙ атлауынан, тирә-яғына ҡараныуынан, йөҙөнән белеп булалыр», – тип уйлап ҡуйҙы егет.
А.С. ИСМӘҒИЛЕВ.
Дәүләкән районы,
Ҡаҙанғол ауылы.
(Аҙағы бар)