Бөтә яңылыҡтар

"Туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" конкурсының “Брифинг” этабы үтте

Конкурстың был һынауында 15 бәйгесе ҡатнашты.

Конкурсанттарға ҡыҙыҡлы һорауҙар әҙерләнде. Һорау биреүселәр араһында Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы (конгресы) Президиумы председателе Айытҡолова Эльвира Ринат ҡыҙының, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Килсенбаев Урал Таһир улының, Башҡортостан Республикаһының Дәүләт йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Танһыҡҡужина Тамара Михайловнаның, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Йосопов Юлдаш Мөхәммәт улының, «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире Абдуллина Лариса Хашим ҡыҙының, Башҡортостан Республикаһы татар конгресы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Ахунова Зәлия Рәфис ҡыҙының булыуы сараға бәҫ өҫтәне, - тип яҙа Милли мәғариф буйынса ресурс үҙәге.

 

Брифингта уңышлы сығыш яһаған, иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән тәрбиәселәр "Министр менән әңгәмә" конкурс этабында ҡатнаша.

 

Конкурстың дөйөм һөҙөмтәләре сараның ябылыу тантанаһында билдәле була.
Барлыҡ ҡатнашыусыларға уңыштар теләйбеҙ!

Автор: Альфия Янтурина
Читайте нас