19 октябрь Республика көнөнә арналған тамашаның йомғаҡлау кисәһе йөрәктәрҙе талпындырҙы, тыуған илебеҙгә һөйөү, телебеҙгә хөрмәт көсөн арттырҙы. Был байрам икеләтә юбилейға бәйле ине, сөнки быйылғы уҡыу йылында тыуған Башҡортостаныбыҙ үҙенең 100, гимназиябыҙ 75 йыллығын билдәләйәсәк. Сараның башында һәләтле гимназистар Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнде, шулай уҡ уҡыу йылы башында иғлан ителгән “100 йыллыҡҡа – 100 “5” конкурсының еңеүсеһе – 7в класы уҡыусыһы Ленар Рәшитовҡа Маҡтау ҡағыҙы һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Бер сара ла бөйөк шағирыбыҙ – Рәми Ғариповты иҫкә алмайынса үтмәй. Тамашасылар аяғүрә баҫып, аманат һүҙҙәренә тоғро ҡалып, “Туған тел” шиғырын яттан һөйләнеләр.
Концертта ҡатнашыусылар һәр береһе уникаль һәләткә эйә: кемдер өҙә баҫып бейей, кемдер яҙғы һандуғастай моңло итеп йырлай, кемдер һыҙҙырып башҡорт халҡының милли инструменты – ҡурайҙа уйнай. Йәш артистарға сараны йәмләгән өсөн ҙур рәхмәт әйтәбеҙ, киләсәктә уңыштар теләйбеҙ.
Рухлы, матур байрам бүләк иткәндәре өсөн ойоштороусыларға гимназистар оло рәхмәт белдерә. Ошондай бай һәм сағыу тарихлы уҡыу йортонда белем алыу бәхетенә ирешеүсе ғариповсылар сикһеҙ шат. Киләсәктә беҙ гимназиябыҙҙа булдырылған шарттарҙы файҙаланып, тырышып уҡып, булған һәләттәребеҙҙе үҫтереп, уңған, эшһөйәр, маҡсаттарына ирешеүсән шәхестәр булып, тыуған Башҡортостаныбыҙға кәрәкле кеше булырға яҙһын
https://vk.com/brgi1_official