Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Октябрь 2018, 17:00

Мостай Кәрим рухы осраштырҙы

2018 йылдың 18 октябрендә Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында «Мостай уҡыуҙары» республика фәнни-практик конференцияһы булып үтте.

2018 йылдың 18 октябрендә Өфө ҡалаһының М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында «Мостай уҡыуҙары» республика фәнни-практик конференцияһы булып үтте.
Шулай уҡ был көндә башҡалабыҙҙа үткәрелгән «Мостай уҡыуҙары» әҙәби ижад конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды. Ҡатнашыусыларҙың барыһын да шағирҙың үлемһеҙ ижадына, шәхесенә ҡарата ихтирам берләштерҙе.
Быйыл тәүге тапҡыр республика кимәлендә үткәрелгән «Мостай уҡыуҙары» республика фәнни-практик конференцияһында республиканың төрлө ҡала һәм райондарынан, юғары уҡыу йорттарынан килгән 74 уҡыусы һәм уҡытыусы ярышты. Ҡатнашыусылар дүрт секцияға бүленеп сығыш яһаны.
Ҡала кимәлендәге «Мостай уҡыуҙары» әҙәби ижад конкурсында ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан йыл арта бара, географияһы киңәйә. Быйыл был конкурсҡа Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан, райондарҙан, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-нан, хатта Яҡут республикаһынан барлығы 150-нән ашыу эш ҡабул ителгән.
«Мостай уҡыуҙары» әҙәби ижад конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһын Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Г.Р. Шафиҡова асты. Ҡатнашыусыларҙы Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары С.Б. Баязитов сәләмләне һәм Маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәр тапшырҙы. Байрамда шулай уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзы вәкилдәре, республиканың билдәле ғалимдары, шағирҙың туғаны Әлфирә Зиязетдинова ҡатнашты.
Фәнни-практик конференция еңеүселәренә Башҡортостан Мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙары бирелде. Еңеүсе уҡытыусылар – Өфө ҡалаһының 158-се башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы Ф.Ю. Үтәбаеваға, Ҡырмыҫҡалы районының Шәрипҡол мәктәбе уҡытыусыһы Р.Н. Хәмитоваға, Баҡалы районының Иҫке Ҡатай мәктәбе уҡытыусыһы Л.М. Ғабдуллиналарға бүләктәрҙе «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире С.Г. Кәримов тапшырҙы.
Г.Ф. ШАҺИЕВА, бүлек мөхәррире.
Читайте нас: