Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Ғинуар 2019, 01:30

Туған телдәр буйынса республика олимпиадаһы үтте

2019 йылдың тәүге эш көнө ҙур күләмле сараларҙан башланып китте: бер юлы биш туған тел буйынса - башҡорт, татар, сыуаш, мари, удмурт телдәре буйынса төбәк-ара һәм республика олимпиадалары үтте. Башҡорт теле буйынса 300-ҙән ашыу, ҡалған туған телдәр буйынса 200-ҙән ашыу VIII - XI класс уҡыусылары ҡатнашты. Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән 12 уҡыусы олимпиада еңеүселәре һәм призерҙары тип танылды. Айырым һыҙыҡ өҫтөнә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусыларҙы алғы килә. Уларҙың башҡорт телен өйрәнеүҙәге уңыштарын күреп, кем нимә генә тиһә лә, дәүләт теле булараҡ уҡытыу тәжрибәһе ярайһы уҡ барлығына инанаһың. Ә инде олимпиада еңеүселәре исеменән яуап һүҙе менән сығыш яһаған Баймаҡ районы уҡыусыһы Нәфисә Мостафинаның теле маһирлығына, фекерҙәре тәрәнлегенә һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр. Татар, сыуаш, мари, удмурт телдәрен "һыу кеүек эскән", сәхнә тултырып бейегән һәм туған телдәрендә моңло итеп йырлаған уҡыусыларҙы күреп, тыңлап, туған тел мөхитенең көслө булыуына, үҙенең тамырҙарын һәм милли үҙенсәлектәрен һаҡлаусы йәш быуын үҫеп килеүенә ҡыуанырға ғына кәрәк. Олимпиадаларҙы лайыҡлы кимәлдә үткәреүгә ҙур көс һалған, "халҡыма хеҙмәт итәм" тиеп янған ғалимдар, уҡытыусылар, етәкселәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Дәүләт органдарының да, йәмәғәт ойошмаларының да, мәктәптәрҙең һәм уҡытыусыларҙың да һәм, әлбиттә, ата-әсәләрҙең дә ынтылышы бер: үҙ туған телендә аралашҡан, милли үҙаңын һаҡлаған һәм республикабыҙ, илебеҙ өсөн илһөйәр, телһөйәр шәхестәр тәрбиәләү.
Читайте нас: