Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Февраль 2019, 16:15

Көтөлгән осрашыу

Нуриман районының Яңы Күл урта мәктәбендә мәктәпте бынан 50, 40, 35, 30, 25, 20, 15, 10 йыл элек тамамлаған уҡыусыларҙың осрашыу кисәһе уҙҙы. Февраль айының тәүге йәкшәмбеһен һәр мәктәпте тамамлаусы көтөп ала, сөнки ул традицион рәүештә орашыу көнө. Мәктәп тамамлаусы илдең ниндәй генә төбәгендә булыуына, ниндәй эш-мәшәҡәттәр менән йөрөүенә ҡарамаҫтан, был көндө тыуған мәктәбенә үҙен уҡытҡан уҡытыусылары, һабаҡташтары, балалыҡ дуҫтары менән осрашыуға ҡайтырға планлаштыра.
Был юлы ла осрашыуға ашҡынып ҡайтҡан ҡунаҡтарҙы тыуған мәктәп ихлас йылылыҡ менән ҡаршыланы. Илебеҙҙең төрлө төбөктәрендә ғилми эштәр менән шөғөлләнгән йә юғары вазифалар биләгән, эшҡыуарлыҡ менән дан алған йә күркәм ғаиләһе менән хөрмәт ҡаҙанған кисәге уҡыусылар үҙҙәренә төплө белем биреүсе уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Теүәл фәндәрҙән төплө белем биреүсе Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары Динара Кәлимулла ҡыҙы Сафинаға, физика уҡытыусыһы Фәнис Сабирйән улы Әхтәрйәновҡа, Рәйлә Хашим ҡыҙы Әсәҙуллинаға, фән аша донъяны танып-белергә өйрәтеүҙәре өсөн рус теле уҡытыусылары Зәйтүнә Әхмәт ҡыҙы Романоваға, Фәнүзә Динислам ҡыҙы Әхтәрйәноваға, Өфө ҡунағы, мәғариф ветераны Хәлимә Әбдрәшит ҡыҙы Сиразетдиноваға, сараны ойоштороусы мәктәп директоры Илгиз Зиннур улы Вәлиевҡа һәм бөгөн мәктәптә эшләүсе барлыҡ уҡытыусылаға ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткеҙе.
Читайте нас: