Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Февраль 2019, 15:58

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенән тезистар

2019 йылдың 20 февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

2019 йылдың 20 февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.
Уның сығышында илдең эске сәйәсәтенә, үҫешенә ҡағылышлы өмөтлө фекерҙәр яңғыраны. В.В. Путин халыҡтың социаль хәлен еңеләйтеү, ҡалалар һәм ауылдарҙы үҫтереү, һаулыҡты, экологияны яҡшыртыу буйынса ҙур бурыстар ҡуйҙы.
Мөрәжәғәтнамәнән алынған бер нисә тезисты һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәбеҙ.
– 2020 йылдан «Ауыл уҡытыусыһы» программаһын тормошҡа ашыра башлау, ауылдарға һәм бәләкәй ҡалаларға күскән уҡытыусыларға бер миллион һум аҡса түләү;
– «Ауыл табибы» программаһының йәшен сикләмәү;
– 2020 йылдың 1 ғинуарынан беренсе һәм икенсе балаға түләүҙе ике йәшәү минимумына тиклем күтәреү;
– 2019 йылдың 1 июленән инвалид балаларҙы ҡарау буйынса пособиеларҙы 10 мең һумға тиклем арттырыу;
– ипотека ставкаһын 9 процентҡа, ә һуңынан 8 процентҡа тиклем кәметеү, өсөнсө һәм артабанғы балаһы тыуған ғаиләләрҙең ипотека бурысын 450 мең һум күләмендә ҡаплатыу;
– 2021 йылдың аҙағына тиклем яслеләр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү, 90 мең урынды быйыл, 2021 йылға тиклем 200 меңдән ашыу урын булдырыу;
– киләһе алты йылда онкологик сирҙәр менән көрәш өсөн 1 триллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү;
– ике йыл эсендә ҡалалар янында 30 проблемалы эре сүплектәрҙе бөтөрөү;
– микрокредитлау өлкәһендә тәртип урынлаштырыу;
– килемдәрен юғалтыусыларға “ипотека каникулдары” булдырыу һ.б.
Читайте нас: