Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Февраль 2019, 19:21

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһенән тезистар

2019 йылдың 20 февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны.

Уның сығышында ғаилә ҡиммәттәрен ны­ғытыу, ярлылыҡты бөтөрөү, һаулыҡты һаҡлау һәм нығытыу, пенсия һәм түләүҙәр, мәғарифты үҫтереү буйынса фекерҙәр яңғыраны. В.В. Путин халыҡтың социаль хәлен еңеләйтеү, экологияны яҡшыртыу буйынса ҙур бурыстар ҡуйҙы:
• ғаилә ҡиммәттәрен ны­ғытыу, 2023 – 2024 йылдарға халыҡ һанының тәбиғи артыуына ирешеү, 2020 йылдың 1 ғинуарынан 1,5 йәшкә тиклем түләнә торған пособиены күтәреү;
инвалид балалар өсөн түләүҙе 10 мең һумға тиклем еткереү;
күп балалы ғаиләләрҙең һалымын кәметеү,
икенсе һәм унан һуңғы бала тыуған осраҡта ипотека ташлама яһау, ипотекалы ғаиләлә өсөнсө йә унан да күберәк бала тыуғанда федераль ҡаҙнанан 450 мең һум кредитты ҡаплау мөмкинлеге булдырыу бурыстарын ҡуйҙы.
– Кредит алыусыларға, килемен юғалтҡан хәлдә, “ипотека каникулы” биреп, түләүҙе кисектереп тороу, микрокредит ойошмаларының да эшмәкәрлегендә тәртип урынлаштырыу мөһим – тине ил башлығы.
• 2020 йылға тиклем һәр Рәсәй кешеһе, ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, медицина ярҙамы ала алырға тейеш.
Медицина персоналының эш сифатын күтәреү механизмдарын индереүҙе, 2021 йылға бөтөн балалар поликлиникаһын яңы стандарттарға күсереүҙе, медицина учреждениеһы, дарыухана, табип һәм пациенттар араһында үҙ-ара электрон бәйләнеште яйға һалыуҙы маҡсат итеп ҡуйырға, тине.
• бөтөн мәк­тәптәрҙә, шулай уҡ ауыл мәктәбендә, уңайлы шарттар булдырыу, 2021 йыл аҙағына тиклем Рәсәйҙең барса мәктәптәре юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин итеү,
“Ауыл уҡытыусыһы” программаһын индереп, ауылға йә бәләкәй ҡалаға эшкә килеүсе педагогтарға бер миллион һум күләмендә аҡса түләүҙе маҡсат итеп алырға саҡырҙы.
Читайте нас: