Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Апрель 2019, 13:03

Башҡорт теле уҡытыусылары Бөтә Рәсәй съезына йыйыла

Рәсәй төбәктәре, республика район һәм ҡалаларынан 750 делегат Өфөгә йыйыласаҡ. Силәбе, Ҡурған, Пермь, Ырымбур, Свердловск, Татарстан, башҡа тарафтарҙан килгән милләттәштәребеҙ башҡорт телен һаҡлау, өйрәтеү һәм өйрәнеү, үҫтереү мәсьәләләрен тикшерә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының беренсе Бөтә Рәсәй съезына Мәскәүҙән, Милләттәр эштәре буйынса Федераль агентлыҡ етәкселеге лә саҡырылған. Башҡортостан мәғариф министрлығының милли мәғариф, төбәктәр менән хеҙмәттәшлек, әсбаптар нәшер итеү бүлеге баш белгесе Гөлназ Усманова һәм Башҡортостан мәғарифте үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы мөдире Зәкиә Ғәбитова менән ошоларҙы тикшерәбеҙ. Шулай уҡ мәктәптәрҙә апрелдән башланған яңылыҡ - 5 көнлөк уҡыу-уҡытыу системаһы буйынса ла фекерҙәр әйтелер.
Источник: радио "Юлдаш"
Читайте нас: