23 майҙа, Силәбе дәүләт университетында, ошондай көнүҙәк проблема тураһында етди һөйләшеү өсөн Силәбе һәм Курған өлкәһе туған тел уҡытыусылары ғилми конференцияға йыйылды. Бындай үтә мөһим сара Силәбелә тәүге тапҡыр ойошторола. Уға Башҡортостандың 100 йыллығы, Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусыларының беренсе тарихи съезы һәм алда уҙасаҡ Бишенсе Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы этәргес булды.
Был форумда Башҡортостандың Силәбеләге вәкиле Амур Хәбибуллин, Силәбе дәүләт университетының беренсе проректоры Андрей Петров, Евразия һәм Көнсығыш факультеты деканы Эльвина Ягнакова, Силәбе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Морис Йосопов, Ижтимағи ойошмалар Ассоциацияһы Советы рәйесе Руил Асатулин ҡатнашты. Пленар ултырышта улар ҡатнашыусыларҙы тәбрикләнеләр һәм конференцияның бик мөһим проблемаға арналыуын билдәләнеләр. Уның эшен Силәбе өлкәһенең М. Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмә етәксеһе, филология фәндәре кандидаты Ҡамса Мортазин алып барҙы.
Әҙәби-музыкаль сәләмләүҙә Арғаяш районының Дәрбиш урта мәктәбе уҡыусыһы, шиғыр уҡыусыларҙың өлкә конкурсы призеры Гөлназ Сибәғәтуллина Рәшит Назаровтың «Туған тел» шиғырын йөрәкһеп уҡып ишеттерһә, «Дуҫлыҡ моңо» халыҡ-ара конкурс дипломанты Гөлли Фәхриеваның «Илемә бата теләк» ҡобайырын думбра менән башҡарыуы йөрәктәрҙең иң нескә ҡылдарына сиртеп ебәргәндер, моғайын.
Сарала ҡатнашыусы Башҡортостан белгестәре йыйынға мәртәбә өҫтәне. Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтының методик ресурстар үҙәгенән Илгиз Сәлихов «Төбәктәрҙә туған телде уҡытыу» тигән тема менән сығыш яһаны. Башҡорт дәүләт университеты Стәрлетамаҡ филаиалы уҡытыусылары — Руслан Кәримов менән Илнур Дилмөхәмәтов «Электрон уйын мәктәбе» тигән сығыштары менән заман балаларын туған телгә ылыҡтыу юлдары хаҡында һөйләнеләр. Ҡунаҡтарҙың сығыштары уҡытыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятты, «һеҙҙең килеүегеҙ дуҫлыҡ күперенең башы булһын!» тигән теләктәр яңғыраны.
Ашаған белмәй, тураған белә, ти халыҡ әйтеме. Туған телде уҡытыуҙың проблемаларын хәл итеү директорҙарҙан башлана. Ошо йәһәттән ҡарағанда, йыйында Сосновка районының Сиреүсе урта мәктәбе директоры Әлфиә Ҡотлохужина ысын милләт әсәһе булып, көрсөк хаҡында әсенеп сығыш яһаны. Ул I Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусыларының съезд дегаты булараҡ, оло йыйын хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт бирҙе һәм төп мәсьәләгә күсеп, төбәктә торған иң ҡырҡыу проблемаларҙы һанап сыҡты. Сығышын ул: «Уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтеү өсөн Силәбе мәғарифты үҫтереү институтында штат булдырыуҙы юллайыҡ,» – тип йомғаҡланы.
Арғаяш районы Байрамғол урта мәктәбе уҡытыусыһы Гөлфиә Рәхмәтуллина туған тел уҡытыу торошо менән таныштырһа, Курған өлкәһенең Сафакул районы Һөләймән урта мәктәбе уҡытыусыһы Йәлил Садыков үҙ ҡыйынлыҡтары хаҡында һөйләне. Ҡоншаҡ районынының Тәхәлем урта мәктәбенән Земфира Байрамғәлина менән Зимфера Шафранская сығыштарында бер-береһен ҡабатламай, артабан эшләнәһе эштәрҙе ойоштороу һәм тәрәнәйтеү тураһында һүҙ алып барҙылар. Земфира Ирек ҡыҙы уҡытыу программалары, дәреслектәр һәм уҡытыусылар өсөн методик кәңәшмәләр уҙғарыу кеүек мәсьәләләргә туҡталһа, Зимфера Ғәфүр ҡыҙы уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү проблемаһына баҫым яһаны. Ул үҙе район әҙәби берекмә ағзаһы булараҡ, «ижад кешеһендә фәтеүә бар» тигән фекерҙе яҡлап, киләсәктә был юҫыҡта башланған матур эштәрҙе артабан дауам итеп, әҙәби семинарҙар ойоштороу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Йыйын, бөтөнөбөҙ бергә тупланып, дәррәү эшләйек, тигән һығымтаға килде. Артабан эштәрҙе көйләү, ошо талаптарҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡортостан вәкиле Амур Хәбибуллин Ассоциация булдырыуға саҡырҙы. Сыбаркүл районы Ҡоротан урта мәктәбе директоры Мәғәфүр Саҙрый улы Йомашев уның бик эшлекле тәҡдимен хуплап сығыш яһаны. Ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Рәбиғә Бикбулатова: «Балалар баҡсаларын онотмайыҡ, тәрбиәселәргә ярҙам итәйек», – тигән теләк белдерҙе. Был мәртәбәле йыйындан «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы ла ситтә ҡалманы, уның баш мөхәррире Салауат Кәримовтың ҡайнар сәләме рәүешендә һәр уҡытыусыға өсөшәр дана журнал тапшырылды, «Уралым» гәзитенең баш мөхәррире Нурия Иҡсанова үҙ баҫмаларыбыҙға берҙәм яҙылырға саҡырҙы.
Төбәк-ара оло йыйын Силәбе Һәм Курған өлкәләһе туған тел уҡытыусыларының ассоциацияһын булдырҙы, уның етәксеһе итеп бер тауыштан Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы Ҡамса Мортазин һайланды һәм һигеҙ пункттан торған резолюция ҡабул итте.
Аҙаҡтан ҡотлауҙар ҡаралғайны. Әүҙем уҡытыусыларға Башҡортостандың Силәбеләге вәкиллеге һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы исеменән рәхмәт хаттары тапшырылды. Силәбе дәүләт университетының археология һәм этнография музейына экскурсия ойошторолдо, конференцияла ҡатнашыусыларҙы «Бороңғо Арҡайым» менән таныштырҙылар.
Камса МОРТАЗИН, Силәбе ҡалаһы.