Һайлаған һөнәремә бәйле бәләкәй генә уңышҡа өлгәшеп ҡыуаныс кисергәндә лә, ҡаршылыҡтарға юлығып көйөнгән саҡтарымда ла, миңә ҙур өмөттәр бағлап оло тормошҡа оҙатҡан Уҡытыусымды иҫкә алам. Йәшермәйем, телебеҙҙең яҙмышы әле бер, әле икенсе ярға бәрелеп, киләсәгебеҙҙе уйлап әсенгәндә: «Уның дәрестәрендә әҙәбиәткә ғашиҡ булмаһам, башҡа һөнәр һайлап, бөгөн, бәлки, икенсе даирәлә йөрөр инем», – тип, уйҙарымда үҙем менән дә, уҡытыусым менән дә бәхәсләшкән мәлдәрем бар. Тормош ҡуйған һынауҙарға һәм уҡытыусыма дәғүәләр белдереп икеләнеүсе яртым еңелә барыбер.
Һүҙем – Ишембай ҡалаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге башҡорт гимназия- интернатының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәлиә Миҙхәт ҡыҙы Фәйзуллина (шағирә Ғәлиә Кәлимуллина) хаҡында.
...Ҡыңғырау шылтыраны. Класҡа балаларса ихлас йылмайып, ҡояштай балҡып килеп керҙе ул. Һаулаштыҡ, ултырыштыҡ. Ҡапыл тышҡы яҡтан класс ишеген ҡаға башлайҙар: «Асығыҙ ишекте! Асығыҙ!». Беҙ, аптырашып, бер-беребеҙгә ҡарайбыҙ: нимә был, ниндәй тауыш? Уҡытыусыбыҙға төбәләбеҙ. Ул да, ҡолаҡ һалып, тыштағы тауышты тыңлай... Ул арала тышта ишек дөмбәҫләүҙән туҡтайҙар. Сынйырҙар сылтырауы ҡолаҡҡа салынып ҡала. «Ҡағыҙ-ҡәләм бирегеҙ миңә! Батша Ғәли Йәнәптәренә хат яҙам!» – тигән тауыш ишетелә. Уға хахахайлап көлөү менән яуаплайҙар: «Батша Ғәли йәнәптәре һинең хатыңды ғына көтөп ултыра, ти, йолҡош!».
Аңланыҡ. Дәрес ошолай көтөлмәгәнсә, хәйер, һәр ваҡыттағыса, беҙҙе аптыратырлыҡ, шаҡ ҡатырырлыҡ мәл менән башланып киткән икән.
– Ишетәһегеҙме? Был – Шлиссельбург төрмәһендә ултырған Батырша, батшаға хат яҙырға теләп, ҡәләм менән ҡағыҙ таптыра. Нисек уйлайһығыҙ, алыҫ 1755 – 1756 йылдарҙа батшаға нимә тураһында хат яҙырға теләгән икән ул? Батша һынлы батшаға хат яҙырға йөрьәт итеүсе уҡымышлы мулланы ни өсөн төрмәгә япҡандар? Уның хаты батшаға барып етәсәкме? Үҙен борсоған һорауҙарға яуап табасаҡмы Батырша ҡушаматлы Абдулла Алиев?
Дәрес башланды... Беҙ «Батыршаның Батшаға яҙған хатын» өйрәнгәндә ошо һәм бик күп һорауҙарға яуап эҙләп ҡыҙып-ҡыҙып бәхәсләшәсәкбеҙ. Бәхәсте Рәми Ғариповтың «Батырша» балладаһы ғына туҡтатасаҡ...
Сираттағы дәрестәрҙең береһенә байҙарса ҡорһаҡ үҫтереп, ҡулына ҡамсы тотоп алған бер класташыбыҙ: «Ҡарлуғас ирен үлтергән! Ирен үлтергән Ҡарлуғас!» – тип йүгереп килеп инәсәк тә беҙҙе хөкөм майҙанына саҡырасаҡ. Баязит Бикбайҙың «Ҡарлуғас» драмаһын анализлаған ваҡытта беҙ дәрес буйына кемебеҙ Ҡарлуғасты аңларға, кемебеҙ яҡларға, кемебеҙ аҡларға теләп бәхәсләшәсәкбеҙ. Мостай Кәримдең Зөлхәбирәһе менән генә түгел, уның әхирәттәре, Айгөл, Йәғәфәр бабай менән дә бәхәскә керәсәкбеҙ: олтан булырғамы, әллә солтанмы? Һорауҙарҙың күбеһе асыҡ ҡалырға мөмкин. Уларға яуапты беҙ өйгә бирелгән иншаларҙа эҙләйәсәкбеҙ. «Тағы ла инша!..» – тип берәү ҙә мыжымай, сөнки Уҡытыусыбыҙға беҙҙең грамматик хаталарыбыҙ түгел, фекеребеҙ ҡыҙыҡ. Үҙ фекеребеҙҙе яҙырға, яҡларға өйрәнеү үҙебеҙгә лә оҡшай. Киләһе дәрес, әлбиттә, иншалар буйынса фекер алышыу. Берәү ҙә минең иншамды уҡымаһа ярар ине, тип ҡурҡып ултырмай. Инша өсөн ҡуйылған билдәләр ҙә ҡыҙыҡһындырмай беҙҙе. Иң мөһиме – кем ниндәй фекер яҙған, теманы нисек асҡан, ниндәй жанр һайлаған? Уҡытыусыбыҙҙың ниндәй тәҡдимдәре бар? Кемдең иншаһы бөгөндән гәзиткә баҫырлыҡ?
Бына ошондай дәрестәрҙә әҙәбиәткә, телебеҙгә мөкиббән китеп ғашиҡ булған, ҡәләм нығытҡан, һүҙ көсөн тоя һәм аңлай белгән, башҡаларҙың фекерен тыңларға, ихтирам итергә һәм баһаларға өйрәнгән журналистар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары үҫеп сыҡты арабыҙҙан. С. Агиштың «Фәтхи һалдат» әҫәре буйынса үткәрелгән дәрестә: «Һин кешегә бығау эшләй алыр инеңме?» – тип интервью алған Гөлназыбыҙҙы журналист итеп күҙ алдына килтермәй ҙә инек, ә уҡытыусыбыҙ күргән, тойған бит уның киләсәген – интервью алыу дәресен тап уға ышынып тапшырған. Бөгөн ул – журналистарҙың Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге хөкүмәт премия лауреаты Гөлназ Сәйетбатталова. Һәр иншаһын әҙәби әҫәргә торошло итеп яҙырға күнеккән, гимназияны тамамлағанда уҡ хикәйәләре «Йәншишмә», «Йәшлек» гәзиттәрендә донъя күреп, һәләтле йәш прозаик булып танылғайны инде Малик Ильясов. Бөгөн ул – Көйөргәҙе районының «Юшатыр» гәзите мөхәррире.
Уйлап ҡараһаң, ниндәй ҙур «уңыш мәктәбе» аша үткәнбеҙ: мәктәптә уҡығанда уҡ күптәребеҙҙең ижад емеше ташҡа баҫылып өлгөрҙө, хатта районыбыҙҙың «Торатау» гәзитендә уҡыусылар өсөн тәғәйенләнгән махсус бит «Аҡ елкән»де үҙебеҙ алып барҙыҡ. Гимназияны тамамлағас, класыбыҙҙан ун өс уҡыусы филология факультетына юл тоттоҡ. Бер кластан ғына ун өс уҡыусы! Гимназияла утыҙ йылдан ашыу эшләү дәүерендә күпме балаға әҙәби геройҙарҙың яҙмыштары миҫалында тормош ҡуйған һорауҙарға яуап эҙләргә, ауырлыҡтар, һынауҙар алдында һынмаҫҡа өйрәткәндер?! Улар араһында танылған артистар, радио, телевидение, ваҡытлы матбуғат хеҙмәткәрҙәре һәм, әлбиттә, остазыбыҙҙың юлын дауам итеүселәр – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары бар.
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ Ғ.М. Фәйзуллина бөгөн дә һаҡта – тел, милләт, рухи ҡиммәттәр һағында. Төбәк-ара башҡорт теле һәм әҙәбиәте конкурсы лауреаты булған уҡытыусыбыҙ телебеҙ яҙмышы ҙур һынауҙар алдына ҡуйылған ваҡытта ла баҙап ҡалманы: уҡыусыһы менән «Йөрәк һүҙе – 2019» шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә ҡатнашып, меңәрләгән тамашасыны әсир итеп, хаҡлы рәүештә өсөнсө урын яуланы. Тамаша ваҡытында Уҡытыусым өсөн дә, уның уҡыусыһы өсөн дә, һайлаған һөнәрем, телем, халҡым өсөн сикһеҙ ғорурланыу кисереп ултырҙым. Күңелемә тел, ил, милләт тойғоһо тәрбиәләгән уҡытыусыма, уның менән осраштырған яҙмышыма рәхмәтлемен.
1994 йылғы сығарылыш уҡыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы белгесе.
Тауыш бирәм сал быуыттар аша.
Йә, кемегеҙ бөгөн майҙан тотоп,
Йә, кемегеҙ үҙе ҡылғандарҙы
Мәңгелектең һала бизмәненә?
Әйтелгәне ҡиммәт үҙ мәлендә.
Әйтер һүҙең, Ерҙе дер һелкетеп,
Уятырлыҡ булһын йоҡоһонан.
Ҡатил тертләп китһен, теҙҙәр сүкһен,
Һин бит әле Урал тоҡомонан!
Күргәндәрең менән кисергәнең
Һыйыр микән тарих үлсәменә?
Был ер – һиңә майҙан ғына түгел,
Ер хәтере менән күсәре лә.
Йә, кемегеҙ бөгөн ҡылысһыҙ ҙа
Ҡәһҡәһәләр яуын кире ҡаға?
Урал булып, бөгөн күҙегеҙгә
Ҡанығыҙҙа тирткән Рухым баға.
Китәһеңме? Ярай. Үкенес юҡ.
Белеп китәһең бит һөйөү барын.
Һөйөү бит ул – йырға әйләндереү
Үҙең кеүек бер-берәүҙең зарын.
Ул йырҙы беҙ бергә яҙғайныҡ бит,
Иңләп-буйлап осоп һауаларҙы.
Ерҙә туҡтап, имләй-имләй яҙҙыҡ
Һауаларҙа алған яраларҙы.
Ер ҙә, күк тә беҙҙе ҡабул итте,
Дәғүәләшмәй генә, типә-тиң.
Ер-күктәрҙә берәү генә инек,
Берәү генә инек: һин йәнә мин...
Иңләп оса инек һауаларҙы,
Һөйөү йыры ине беҙҙең ҡанат.
Ҡаурый-ҡаурый булып таралыштыҡ,
Улары ла ята, ана, ҡанап...
Күктәр инселәгән йыр ине ул,
Тоя инем ҡанаттарым менән.
Ер ғәмәлдәренә яҡынайғас,
Биҙҙеме күк шуға һинән, минән?..
Йырҙарымдан әгәр ҡан һарҡыһа,
Үпкәләмә. Ҡаурыйҙарҙы йыуам.
Ризаһыңмы? Яҡты донъяларға
Йырҙы ялғар өсөн ҡабат тыуһам?
Көйләп кенә әсәй бәйләм бәйләй,
Көйләп кенә һала ямауын да.
Ғүмер нағыштарын ҡорамалай,
Энә, еп һәм ҡайсы араһында.
Әсәйемдең көйлө һағыштары
Буй-буй ғына һуҡҡан балаҫында.
Йәйғор төҫтәре бар араһында,
Аңғармаҫтан, һуҡҡан ҡараһын да.
Ап-аҡ мамыҡ булып күпереп ята,
Ул һырыған түшәк-юрғандарҙа.
Күҙҙәр ҡамашырлыҡ, аҙашырлыҡ,
Хыял тигән селтәр-ҡорғандарҙа.
Теләктәре – китек-ҡыйыҡтарҙы,
Бөтәйтәйем, тигән һағыштарҙа.
Төйөн-төйөн булып уйылып ҡалған,
Осона сығалмаған нағыштарҙа.
Буй-буй хыялдар ҙа, сырмай торғас,
Төйөн-төйөн булып уйыла икән.
Уйларға ла ҡурҡҡан уйҙар, хатта,
Һыя икән, шул төйөндәр, аҙаҡ,
Яҙмыштарға бына уйыла икән.
Энә, еп һәм ҡайсы араһында
Ғүмер ҡорамаһы ҡайыла икән.
Ғүмер нағыштары ҡайыла икән...