Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2019, 17:07

Һәр бер һүҙең һинең - үҙе доға

Асмандарҙан тороп ете ҡыҙ ҙа
Әйҙәп торған саҡта сафлыҡҡа,
Ҡан хәтерен йәндә тергеҙәһең,
Ҡот ҡояһың бөгөн халыҡҡа.
Асылыңдан алып ҡуҙ һалаһың,
Йөрәгенә һәр бер башҡорттоң.
Әй, Ағинәй,
Шомло заманда ла
Ҡәүемемдең йөҙөн балҡыттың!
Ата-бабаларҙан ҡеүәт алып,
Тупраҡтарҙа тойоп ал ҡанын,
Урал тәғлимәтен еткерҙең һин,
Йәншишмәлә ғәмде сайҡаның.
Һәр бер һүҙең һинең - үҙе доға,
Һәр ишараң иман нығыта.
Һомайғоштан ғына яралдыңмы,
Милләтемә булып cал бата.
Әйткәндәрең беҙҙе йырлата ла,
Һәр кинәйәң йәнде илата!.
Аһ, Ағинәй!..
Лариса Абдуллина.
Читайте нас: