Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июнь 2019, 22:45

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ахырына яҡынлашты. Әле делегаттар Ҡоролтай уставына үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш бирҙе.

V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ахырына яҡынлашты. Әле делегаттар Ҡоролтай уставына үҙгәрештәр индереү өсөн тауыш бирҙе. Бишенсе съезд нигеҙендә Башҡарма комитеттан тыш 6 ағзанан торған президиум һайланды. Ул 5 йылға бер тапҡыр һайланасаҡ.
Ҡабул ителгән үҙгәрештәргә ярашлы һайланған президиум составында - БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, Ғаяз Зарипов, Башҡорт патриоттары хәрәкәте етәксеһе Фәнит Моратбаҡиев, ХМАО башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолмәнбәтов, билдәле актёр Хөрмәтулла Үтәшев.
Читайте нас: