Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июль 2019, 16:55

●Уйнап алайыҡ! «Ояңды тап!»

●Уйнап алайыҡ!
«Ояңды тап!»
Иҙәндә түңәрәктәр ярҙамында «оялар» билдәләнә. Мәҫәлән, аҡбур менән һыҙырға мөмкин. «Оялар», йәғни ҡатнашыусылар һаны – «ҡошсоҡтар» һанына ҡарағанда әҙ булырға тейеш.
Музыка уйнай башлай һәм «ҡошсоҡтар» осалар – «бейейҙәр».
Көй туҡтау менән һәр «ҡошсоҡ» үҙенең «ояһына» осоп ҡайта: түңәрәктең эсенә баҫырға тейеш.
Кем «ояһыҙ» ҡала, шул уйындан сығарыла.
Уйын барышында шуна иҫтә тоторға кәрәк: «ҡошсоҡтар» һаны кәмегән һайын, «оялар» һаны ла кәмей бара.
Читайте нас: