Бөтә яңылыҡтар
Новости
24 Июль 2019, 17:37

Альбина Муллағолова ижады

Беҙ - ҡатын-ҡыҙ
Беҙ ҡатын-ҡыҙ, ниндәй нескә күңел,
Рәнйетһәләр тора шартларға.
Ә үҙебеҙ ирҙәр кеүек көслө,
Түҙемлебеҙ бөтә шарттарға.
Иртә таңдан тороп йүгерәбеҙ,
Тырышабыҙ донъя көтөргә.
Хоҙай ҡатын-ҡыҙ итеп яралтҡас,
Беҙ бурыслы барыһын үтәргә.
Иң ҙур бәхет - ҡатын-ҡыҙ булыуҙа,
Мал ҡаралған, бала ҡаралған.
Аштар бешкән, өйҙәр таҙартылған,
Тәмле еҫтәр өйгә таралған.
Беҙ ҡатын-ҡыҙ - донъяла гүзәл зат,
Аш-һыу бешерәбеҙ көн һайын.
Беҙ булмаһаҡ, беҙҙең ирҙәребеҙ
Астан үлер ине, моғайын!)))
Читайте нас: