Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Июль 2019, 13:15

Башҡортостандың балалар лагерҙарында хәүефһеҙлек талаптары үтәлә

Республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары был йәйҙә Башҡортостандың ҡаланан ситтәге балалар йәйге лагерҙарын тикшерҙе. Улар материаль-техник хәлде, тәрбиә эшен, балаларҙың йәшәү шарттары менән бер рәттән хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлешен ҡараны.
Йәмәғәт палатаһы бөтәһе 103 лагерҙың 24-тен тикшергән һәм уларҙа хәүефһеҙлек талаптары үтәлә тип белдерә. Хабаровск крайында палаткалы лагерҙа дүрт бала үлеменә килтергән янғындан һуң был тема бик актуаль булып тора. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәте буйынса, унда 26 палатканың 20-һе янған, лагерҙа 189 бала булған.
Республика Йәмәғәт палатаһының мәҙәниәт, спорт, йәштәр сәйәсәте, хәйриәлек һәм ирекмәнлек буйынса комиссияһы рәйесе Лида Исаргакова белдереүенсә, Башҡортостандың ҡаланан ситтәге балалар йәйге лагерҙарындағы ял хәүефһеҙлеге шик тыуҙырмаған.
http://www.bashinform.ru/news/1333604-obshchestvennaya-palata-v-detskikh-lageryakh-bashkirii-soblyudeny-trebovaniya-bezopasnosti/
Читайте нас: