Ике йыл ғына һөнәре буйынса уҡытыусы булып эшләһә лә, хәҙер инде хаҡлы ялдағы Минзәлә Шөғәйепова килер быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙән туҡтамай. Комсомол, партия, Учалы хакимәтендә, тау-байыҡтырыу комбинатында эшләгән йылдарында ла тормош мәғәнәһе, йәшәйеш рәүешен йәмләү, тыуған яҡты, илде, телде яратыу һәм һаҡлау тураһында тәрән йөкмәткеле шиғырҙар ижад итә.
Ҡырҡмыш тай ҙа булыр шунан,
Дүрт йәшендә - шәп дүнән.
Биш йәшендә - аҙау айғыр,
...Ниндәй яҙмыш инселәнгән?
Ай ҡыҙының силәгенән түгелепме,
Сайпылыпмы ҡалған тамсылар,
Күңел күктәремә йондоҙ булып сәсрәп,
Хистәремде моңда ҡамсылар.
Һаман нурлай әле күңел көмбәҙҙәрен,
Хәтер күперҙәрен селтәрләп.
Күккә баҡһам берсә һаҙағайҙар уйнай,
Берсә йондоҙ яуа ишелеп -
Асмандарға йөрәк үҙе һибә йондоҙ
Һағышлы бер моңдан сиселеп...