Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2019, 12:36

Өфөлә мәктәп туҡланыу операторҙарын берләштереләр, ата-әсәләргә ҡалған аҡсаларын алырға кәрәк

Өфөлә мәктәп туҡланыуы операторҙарын берләштерәләр, тип хәбәр иттеләр ҡала хакимиәтендә. «Мәктәп һәм балалар туҡланыуы үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы һәм «Спектр» мәктәп һәм балалар туҡланыуы комбинаты» муниципаль унитар предприятиеһы үҙ эшмәкәрлеген «Балалар һәм диетик туҡланыуы үҙәге» муниципаль автономлы учреждениеһының берҙәм структураһында дауам итәсәк. Әлеге мәлдә берҙәм меню төҙөлгән, һауыт-һаба һәм аҙыҡ-түлек блогы хеҙмәткәрҙәре өсөн махсус кейем һатып алынған.
Туҡланыу карточкаларында ҡалған аҡсаны ҡайтарыу өсөн ата-әсәләргә йәки законлы вәкилдәргә үҙҙәренең элекке операторҙарына мөрәжәғәт итергә кәрәк. «Мәктәп һәм балалар туҡланыуы үҙәге» муниципаль унитар предприятиеһы Әй урамы, 71 адресы буйынса урынлашҡан, телефоны. 8 (347) 253-71-85, директоры Шафиҡов Рәмил Рәшит улы, эш көндәрендә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем, шәмбе иртәнге 9-ҙән 3-кә тиклем эшләй.
«Спектр» мәктәп һәм балалар туҡланыу комбинаты» муниципаль унитар предприятиеһы Ульянов урамы, 71 адресы буйынса урынлашҡан, телефоны. 8 (347) 264-64-41, директор вазифаһын башҡарыусы Морозова Елена Сергеевна, дүшәмбе, шаршамбы, йома 8-ҙән 6-ға тиклем, шишәмбе һәс кесе йома 8-ҙән киске 8-гә тиклем, шәмбе 9-ҙән 3-кә ҡәҙәр эшләй.
Ҡалған аҡсаны ҡайтарыуға ғаризаға паспорт, баланың тыуыу тураһында таныҡлығы күсермәләрен һәм банк реквизиттары менән белешмәне беркетергә кәрәк. Өҫтәмә мәғлүмәтте баш ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығында 8 (347) 248-81-33 телефоны буйынса алырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1335014-v-ufe-obedinyayut-operatorov-shkolnogo-pitaniya-roditelyam-nuzhno-zabrat-ostatok-sredstv/
Читайте нас: