Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Август 2019, 13:13

Радий Хәбиров: 1 сентябргә Башҡортостандың барлыҡ район үҙәктәре автобус маршруттары менән тоташтырыла

«Башавтотранс» предприятиеһы халыҡ-ара, ҡала һәм ҡала яны маршруттарын хеҙмәтләндереү өсөн 110 «Форд Транзит» маркалы автобус алды. Уларҙың 55-е халыҡ-ара маршруттарҙы хеҙмәтләндерә һәм республиканың баш ҡалаһын бөгөнгә тиклем даими автобус бәйләнеше булмаған район үҙәктәре менән тоташтыра, тағы 55-е ҡала янында эшләй.
«Беҙ «Башавтотранс»ҡа 1 сентябргә дәүләт ташыусыһы автобустары республиканың барлыҡ райондарын Өфө менән тоташтырырға тейеш тигән бурыс ҡуйғайныҡ. Тап «Башавтотранс» социаль ташыуҙарҙы тәьмин итә һәм коммерция автобустарынан айырмалы рәүештә, ул хатта ике пассажирҙы ла йөрөтә. «Башавтотранс»ты ни өсөн һаҡлап ҡалыуыбыҙҙың мәғәнәһе лә шунда. Уларға ҙур автобустарҙың тәүге партияларын тапшырҙыҡ та инде.
Дөйөм алғанда, яҡынса 550 автобус. Был халыҡ өсөн ҡыуаныслы ваҡиға, — тине Радий Хәбиров.
Әле 10 район үҙәгендә — Асҡарҙа, Баҡалыла, Үрге Йәркәйҙә, Дәүләкәндә, Яңы Балаҡатайҙа, Ҡырғыҙ-Миәкәлә, Раевкала, Иҫке Собханғолда, Николо-Березовкала, Йәрмәкәйҙә ошондай бәйләнеш юҡ.
«Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы ағымдағы йылда бөтәһе 527 яңы автобусҡа эйә була. Уларҙың күпселеге быйыл уҡ алынырға тейеш.
http://www.bashinform.ru/bash/1338928/
Читайте нас: