Уҡыусыларҙың йәйге каникулы тамамланыуға ике аҙна самаһы ваҡыт ҡалды. Уҡыусыларҙы һәм ата-әсәләрҙе «Ҡасан мәктәпкә барырға?» тигән һорау борсой, сөнки быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килә. Айырыуса беренсе класс уҡыусыларының ата-әсәләре балалар ошондай мөһим датаны ҡалдырырмы тип борсола. Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин был һорауға бына нимә тип яуап бирҙе. «Быйыл 1 сентябрь йәкшәмбегә тура килгәнлектән, Белем көнө уңайынан тантаналы линейкалар 2 сентябрҙә уҙғарыла. Шуға күрә беҙ белем биреү ойошмаларына тантаналы линейканы аҙнаның тәүге көнөндә үткәрергә кәңәш бирҙек».
Мәғариф министрлығы башлығы билдәләүенсә, мәктәптәр, ата-әсәләр менән кәңәшләшеп, беренселәр өсөн байрамды йәкшәмбе уҙғарырға хоҡуҡлы. Закон быны тыймай.
http://www.bashinform.ru/bash/1341304/