Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Август 2019, 15:51

Башҡортостанда алыҫтағы Айытмәмбәт ауылында яңы мәктәпте төҙөү тамамлана

Архангел районының 300-ҙән ашыу кеше йәшәгән Айытмәмбәт ауылында подрядсылар яңы белем биреү учреждениеһы төҙөлөшөн тамамлай. Ул 60 урынлыҡ мәктәпте һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһын берләштерә. Әле бинала эске биҙәкләү, линолеум һалыу, стеналарҙы буяу, аҫылмалы түшәмдәрҙе монтажлау, аш-һыу бүлмәһе йыһазын урынлаштырыу эштәре бара.
Бер үк ваҡытта биләмә төҙөкләндерелә, юлға асфальт түшәргә әҙерләнәләр. Бинаға барлыҡ коммуникациялар — тышҡы яҡтыртыу бағаналары, йылылыҡ трассалары, электр сымдары һуҙылған, һыу тәьминәте өсөн скважиналар ҡаҙылған. Ихатала уйын майҙансыҡтарына нигеҙ әҙерләнгән.
Төҙөлөш уҙған йылдың авгусында «Республиканың 100 йыллығына — 100 объект» проекты сиктәрендә башланған. Иҫке мәктәп һәм китапхана, проектҡа ярашлы, һүтелгән. Эштәр йыл әйләнәһенә алып барылған.
Объектты быйыл сентябрь айында тапшырыу күҙаллана. Генераль подрядсы — «Төҙөлөш фирмаһы 15 БНЗС» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, дәүләт заказсыһы – Башҡортостан Республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы.
http://www.bashinform.ru/bash/1342246/
Читайте нас: