Ҡаһарманлыҡ тураһында афоризмдар
Бер нәмәнән дә ҡурҡмаусы һәм хаҡлыҡ менән йәшәүсе һәр кеше үҙ Ватанының абруйын күтәрә.
Ысын батырлыҡ бәлә килгәндә асыла.
Ҡаһарманлыҡ башҡа төр яҡшы сифаттар үҫеше өсөн кәрәк. Тәүәккәл булмайынса хаҡлыҡты табыу ҙа, мөхәббәтте һаҡлау ҙа мөмкин түгел.
Әйбер юғалтһаң — эҙҙе юғалтырһың, намыҫыңды юғалтһаң — күпте юғалтырһың, тәүәккәллегеңде юғалтһаң — бөтәһен дә юғалтырһың.
Патриот — Ватанға хеҙмәт итеүсе, ә Ватан — иң әүәл халыҡ ул.
Идеал — юл күрһәтеүсе йондоҙ. Унһыҙ аныҡ йүнәлеш юҡ, йүнәлешһеҙ тормош та юҡ.
Башҡалар бәхетенән тыш шәхси бәхеттең булыуы мөмкин түгел.
Хеҙмәт тураһында афоризмдар
Мәҙәниәте юғары булған һайын хеҙмәт юғары баһалана.
Яратып эшләгән кеше һәр төрлө хеҙмәтте лә шиғриәтле итә.
Кеше хеҙмәт ярҙамында камиллаша.
Хеҙмәт кешелә ижади көс уята.
Кешенең бөтә нәмәһе лә: йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә, уйҙары ла матур булырга тейеш.
Кешенең холҡо — уның күңел көҙгөһө.
Уйланмаған эшкә тәүәккәл булма, уйланғандан һуң тәүәккәл бул.
Кеше ҡылығын тикшергәндә тәүҙә үҙеңдекен баһала.
Башҡаларҙа нимәне хупламайһың, шуларҙың үҙеңдә булыуынан һаҡлан.
Ғәҙеллек тураһында афоризмдар
Уйҙағы хаталар һүҙҙәрҙәге хатаны, һүҙҙәрҙәге хаталар эштәге хаталарҙы барлыҡҡа килтерә.
Йөрәктән сыҡҡан һүҙ йөрәккә инә.
Нимәне булһа ла, башҡаларға әйткәнсе, тәүҙә үҙеңә әйтеп ҡара.
Ҡыҫҡа телмәр һәр саҡ йөкмәткеле була һәм көслө тәьҫир ҡалдыра.
Аҡыллының теле — йөрәгендә, аҡылһыҙҙың йөрәге — телендә.
Бары өҫтән-мөҫтән булған белем һәм ышанысһыҙ уйланыуҙар ғына самаһыҙ лығырҙауҙарға килтерә.
Дөрөҫлөктө әсе булһа ла тыңла.
Дөрөҫлөк — йәшәү өсөн икмәк кеүек үк иң ҡәҙерле нәмә.
Дөрөҫлөк — кешелә намыҫтың еңеүе ул.
Ғәҙеллек — йәшәү һулышы, һәр төрлө булдыҡлылык нигеҙе.