Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Август 2019, 14:20

Тәржемәләр. Урания ВАХИТОВА

«Алтын шөңгөр» исемле китап авторы Урания Спартак ҡыҙы ВАХИТОВА (ШАММАСОВА) шиғриәткә бик иртә килә. Был китабын да йәш шағирә мәктәп йылдарында уҡ баҫтыра. Бөгөн ул Башҡорт дәүләт университетында студенттарға инглиз һәм немец телдәренән белем бирә, буш ваҡыттарында үҙе уҡытҡан телдәрҙә ижад итеүсе шағирҙарҙың шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итә. Шиғриәт өлкәһендә үҙ уҡыусыларын табырға өлгөргән Урания Вахитова – Флүзә Әхмәҙиева исемендәге премия лауреаты.
Күк ҡайғыһы
(Николаус Ленау)
Ҡара болот ҡаплап, күк көмбәҙе
Уйға ҡалған, ҡаза көткәндәй.
Әсе елдә ҡыуаҡ өҙгөләнә,
Сирле бәндә яфа сиккәндәй.
Селт-селт йомоп ҡуйы керпектәрен,
Ыңғыраша һауа тын ғына.
Бына илар төҫлө.
Күҙҙәренән
Ергә төшә көсһөҙ нур ғына.
Һаҙлыҡтарҙа – һиллек.
Япма булып
Туғайҙарҙа томан һуҙылған.
Ауыр ҡайғы баҫҡан күк йөҙөнөң
Ҡояш төшөп китте ҡулынан.
Himmelstrauer
(Nikolaus Lenau)
Am Himmelsantlitz wandelt ein Gedanke,
Die düstre Wolke dort, so bang, so schwer;
Wie auf dem Lager sich der Seelenkranke,
Wirft sich der Strauch im Winde hin und her.
Vom Himmel tönt ein schwermutmattes Grollen,
Die dunkle Wimper blinzet manches Mal,
So blinzen Augen, wenn sie weinen wollen,
Und aus der Wimper zuckt ein schwacher Strahl.
Nun schleichen aus dem Moore kühle Schauer
Und leise Nebel übers Heideland;
Der Himmel ließ, nachsinnend seiner Trauer,
Die Sonne lässig fallen aus der Hand.
Читайте нас: