Һөйөнсө! Яңы китап сыҡты!
Нәшриәттә йәш шағирә Миңлегөл Тайсинаның бәләкәстәргә «Ҡыуаныс» исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе.
Ҡәҙерле бәләкәстәр! Һөйөнсө! Һеҙҙең өсөн «Китап» нәшриәтендә йәш шағирә Миңгегөл Тайсина апайығыҙҙың «Ҡыуаныс» исемле яңы китабы сыҡты. Ике телдә – башҡорт һәм рус телдәрендә – донъя күргән китапҡа ғаилә, бала саҡ, зирәк һәм күҙәтеүсән кескәйҙәрҙең тормош күренештәре, мажаралары, уй-хистәре сағылдырылған шиғырҙары тупланған.
Кескәй дуҫтарыбыҙ, һеҙ китап уҡырға яратаһығыҙмы? Бына нимә тип өндәшә һеҙгә шағирә апайығыҙ: «Гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа йәшәгән һәр баланың да тоғро дуҫы – китаптыр, тип уйлайым. Туған телебеҙҙә баҫылған китаптарҙы уҡығыҙ, шиғырҙар ятлағыҙ! Телебеҙҙең нескәлектәрен, һүҙ байлығын күберәк белергә, ваҡытығыҙҙы файҙалы үткәрергә тырышығыҙ, өлкәндәрҙе ихтирам итегеҙ!».
Миңлегөл Тайсинаның балалар өсөн яҙылған шиғырҙары еңел уҡыла, кәйефте күтәрә, хәтерҙә тиҙ ҡала. Әсәйҙәр, атайҙар, өләсәйҙәр, ҡәрсәйҙәр, ҡартатайҙар тураһында яҙылған шиғырҙары бигерәк тә күңелгә ята, дәртләндерә. Башҡортостан, тәбиғәт хаҡындағы шиғырҙарына иһә балалыҡ хистәре, бөтмәҫ ҡыуаныстар һибелгән төҫлө.
Йәш шағирә үҙе лә дүрт балаға ғүмер бүләк иткән һөйөклө әсәй! «Шиғырҙарҙы мин йыш ҡына балаларымдың ҡыҙыҡлы уй-фекерҙәренән сығып яҙам», – ти ул.
Башҡортостан — нурлы ерем,
Мәңге йәшә, берҙән-берем,
«Һыйыр бит ҙур, мин – бәләкәй,