Зөбәйҙә Миңнулла ҡыҙы Исламова (Дәүләтҡолова) 1963 йылдың 13 февралендә Дәүләкән районының Дүртөйлө ауылында донъяға килә. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала, аҙаҡ район үҙәгендәге һигеҙ йыллыҡ интернат -мәктәпте тамамлай. 1978 йылда Өфөләге полиграфистар училищеһында китап тышлаусы һөнәрен үҙләштергәндән һуң, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында, ситтән тороп Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡый.
"Аҡбуҙат" журналында эшләй башлағас, ижад менән ныҡлап шөғөлләнә, кескәй балалар өсөн шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәт-йомаҡтар, пьесалар яҙып, уларҙы республика матбуғатында баҫтыра. Быйыл уның кескәйҙәр өсөн "Күнәкле болот" тигән китабы донъя күрҙе.
Тамсылары “тып-тып” килеп
Ә малайҙар, һис сер бирмәҫ,
Сихри көйләп “Ҡыңғыр-ҡыңғыр”
Бүлмә балҡый сын яһауҙай,
Салбар, күлдәк, ойоҡбаш та
— Мин бит хәҙер уҡыусы! — тип