Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Сентябрь 2019, 13:22

•Һүҙҙәр тарихынан

А.С. Ғарипов, Башҡорт дәүләт университетының Учалы ҡалаһы вәкиллеге уҡытыусыһы
Этимология – һүҙҙәрҙең килеп сығышы тураһындағы фән тармағы. Был термин грек телендәге этимо(н) «асыл (төп) мәғәнә» һәм логия «һүҙ алып барыу» тигән өлөштәрҙән тора. Этимологияның әһәмиәте бик ҙур. Атаҡлы этимолог-иранист В.И. Абаевтың билдәләүенсә, һәр һүҙ, уның тарихи эстәлеген дөрөҫ асҡан осраҡта, иң боронғо матди ҡомартҡылар менән ярышырлыҡ документ булып тора. Орфография һәм орфоэпия мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә, башҡа өлкәләрҙә лә этимологияның әһәмиәте ҙур. Ә лексикология һәм лексикография өлкәһендә этимологияһыҙ аҙмы-күпме фәнни эш алып барыу мөмкин дә түгел. Этимологик тикшеренеү һөҙөмтәләре, ғәҙәттә, этимологик һүҙлектәрҙә сағылыш таба.
Башҡорт телендәге аҙыҡ-түлек һәм һауыт-һаба атамалары, нигеҙҙә, мәҙәни-тарихи һәм этнографик күҙлектән сығып өйрәнелә. Был һүҙлектә ошо өлкәләргә ҡараған дөйөм төрки, башҡорт теле ерлегендә барлыҡҡа килгән һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең этимологияһы буйынса мәғлүмәт бирелә.
Ағасайаҡ (диал.) – 1. Ағас табаҡ. 2. Ағас күнәк. Дөйөм төрки ағас ‘дерево’ (ағач – төрөкмән, төрөк, ҡумыҡ һ.б.; ағаш – алтай, нуғай һ.б.; ыйаш – тува; йағач – уйғыр һ.б.) һәм аяҡ ‘чаша’ һүҙҙәренең ҡушылмаһынан барлыҡҡа килгән.
Аҙыҡ – туҡланыуға файҙаланылған нәмә; ашамлыҡ, ризыҡ. Дөйөм төрки һүҙе: азыҡ – ҡумыҡ, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, алтай һ.б.; азых – әзербайжан, төрөк, хакас; азуҡ – боронғо төрки теле; ысыҡ – яҡут. Ғалимдарҙың ҡарашынса, был һүҙ азу/азы (төрөк теленең диалекттарында azımak ‘аҙыҡты сәйнәү’) ҡылымына -ҡ аффиксы ҡушылыу юлы менән барлыҡҡа килгән.
Айран – ҡатыҡ йәки ҡоротто һыуға шыйыҡлап яһаған эсемлек. Дөйөм төрки һүҙе: төрөкмән, төрөк, әзербайжан, ҡумыҡ, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, уйғыр һ.б.; уйран – сыуаш. Ғалимдарҙың уртаҡ ҡарашы буйынса, -ан күрһәткесле исем ҡылымдан барлыҡҡа килгән. Был форманың башланғыс мәғәнәһе – эштең һөҙөмтәһе. Күпселек осраҡта был һүҙҙе монгол телендәге ayiraγ ‘кумыс’, ‘айран’ һүҙе менән сағыштыралар. Күренекле ғалим А.М. Щербак киреһенсә, монгол телендәге форманы төрки телдәренә бәйләй. Ә бына А.П. Дульзондың фекеренсә, төрки һәм монгол формалары һун теленән үтеп ингән.
Айранмай (диал.) – аҡ май. Дөйөм төрки айран һәм май һүҙҙәренең ҡушылмаһынан барлыҡҡа килгән.
Аҡ – һөттән әҙерләнгән төрлө ашамлыҡ. Дөйөм төрки һүҙе: ак – төрөк, гагауз; ах – хакас. Килеп сығышына бәйле төрлө ҡараштар йәшәп килә: 1. Г. Вамбери ай һүҙе менән бәйләй. 2. К. Менгестың ҡарашынса, ҡытай теленән үҙләштерелгән.
Аҡый (диал.) – биҙәкһеҙ аҡ сынаяҡ. Нигеҙендә дөйөм төрки аҡ ‘белый’ һүҙе ята.
Аладыйа (диал.) – кескәй ҡоймаҡ. Рус телендәге оладьи һүҙенән, ‘толстая мягкая лепёшка из пшеничной муки, испечённая на сковороде’. Килеп сығышы менән грек телендәге elaion ‘май’ һүҙенә барып тоташа.
Алдыр – туҫтаҡтан ҙурыраҡ йәйенке һауыт. Cыуаш теленең этимологик һүҙлеген төҙөгән В.Г. Егоровтың фаразлауынса, был һауыт-һаба атамаһының нигеҙендә алт ‘соҡоу’ ҡылымы ята.
Араҡы – спирт ҡатнаштырылған иҫерткес эсемлек. Дөйөм төрки һүҙе: араға – хакас, тува; араҡа – хакас; арыгы – яҡут; араҡ – төрөкмән, ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ, үзбәк, уйғыр; ерех – сыуаш. Төрки телдәрендәге варианттар араһында иң боронғоһо булып араҡы формаһы иҫәпләнә. Күпселек ғалимдар килеп сығышын ғәрәп телендә ‘тир’, ‘араҡы’, ‘хушбуй’ һ.б. мәғәнәләрҙә ҡулланылыусы һүҙе менән бәйләйҙәр.
Асикмәк (диал) – әсе икмәк. Дөйөм төрки әсе ‘горький’, ‘кислый’ (ажы – төрөк, әзербайжан; ажи – гагауз; ашы – нуғай; ачу – алтай; аччы – ҡумыҡ, үзбәк һ.б.) һәм икмәк һүҙҙәренең ҡушылмаһынан барлыҡҡа килгән.
Асығауыҙ – өҫтөн асыҡ итеп майға бешергән ваҡ бәлеш. Дөйөм төрки ас ‘открывать’ (ач – төрөкмән, төрөк, әзербайжан, ҡумыҡ, уйғыр һ.б.; аш – ҡаҙаҡ, нуғай һ.б.) һәм ауыҙ ‘рот’ (ағыз – төрөкмән, әзербайжан һ.б.; а:с – хакас, тува; еғиз – уйғыр һ.б.) һүҙҙәренең ҡушылмаһынан оҡшатыу нигеҙендә барлыҡҡа килгән.
Аш – кеше туҡлана торған һәр төрлө нәмә; аҙыҡ, ашамлыҡ. Дөйөм төрки һүҙе: а:ш – гагауз, боронғо төрки теле; ас – ҡаҙаҡ, хакас, яҡут һ.б. Иң боронғо мәғәнәһе – ‘суп/похлебка’. Ә бына ‘хлеб’, ‘зерно’ кеүек мәғәнәләр иһә һуңғараҡ барлыҡҡа килгән булырға тейеш. Был һүҙҙең тарихына ҡарата төрлө ҡараштар әйтелгән. Берәүҙәр иран телендәге âš ‘суп’ формаһына алып барып тоташтыралар. Икенселәренең ҡарашынса, боронғо осорҙа пәһләүи теленән үҙләштерелгән. Ә бына К. Брокельман был һүҙҙе төп алтай формаһы тип иҫәпләй.
Читайте нас: