18-20 сентябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостандың 100 йыллығы билдәләнә. Мәскәүҙең Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе Виталий Сучков хәбәр итеүенсә, баш ҡалала Башҡортостан Республикаһы көндәре программаһының бай булыуы көтөлә, шуға күрә эшлекле һәм мәҙәни өлөштәргә бүленгән.
Ҡаланың төрлө майҙансыҡтарында һаулыҡ һаҡлауға, мәғарифҡа, бизнесҡа, туризмға арналған түңәрәк өҫтәлдәр һәм стратегик сессиялар ойошторола. 18 сентябрҙә П.И. Чайковский исемендәгеконцерт залында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле сығыш яһай.
«Зарядье» үҙәгендә Башҡортостанда ойоштороу күҙалланған ике ҙур сара – Бөтә донъя фольклориадаһы-2020 һәм Апимондия-2021 менән таныштырыу була. Теләгәндәр туҡыусылыҡ, тамбурлы сигеү, кейеҙ келәм, милли биҙәүестәр әҙерләү, өзләү, хореография, милли уйын ҡоралдарында уйнау, милли уҡтан атыу һәм фольклор буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша ала.
Баш ҡалала Башҡортостан Республикаһы көндәре 20 сентябрҙә «Зарядье» паркының ҙур амфитеатрында тамамлана. Был көндө Мәскәүҙә Башҡорт мәҙәни үҙәген асыу тантанаһы була.
http://www.bashinform.ru/bash/1353519/