Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Сентябрь 2019, 13:15

Башҡортостанда «Министр менән асыҡ дәрестәр» проекты башланды

Өфөлә өлкән класс уҡыусылары өсөн «Министр менән асыҡ дәрестәр» проекты башланды. Ойоштороусыһы — Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты.
Уҡыусыларҙың министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, бизнес-берләшмә вәкилдәре менән осрашыуҙарын йыл дауамында аҙна һайын уҙғарыу күҙаллана.
Өлкән класс уҡыусыларының аҙна һайын министрҙар, эшҡыуарҙар менән осрашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреү мөмкинлеге бар.
Бер «Министр менән асыҡ дәрес» программаһы ике академик сәғәткә иҫәпләнгән. «Университет ҡайнау нөктәһе»ндә өлкән класс уҡыусылары өсөн ошондай тәүге дәрес 14 сентябрҙә уҙҙы.
Өфө мәктәптәренең һәм Ҡырмыҫҡалы районының 9-11 класс уҡыусыларының һорауҙарына Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дүәләт комитеты башлығы Римма Бойцова, Өфө дәүләт нефть техник университетының уҡыу-методика эше буйынса проректоры Олег Баулин һәм «Киләсәк фабрикаһы» коворкинг үҙәге етәксеһе Александр Черников яуап бирҙе. Өлкән класс уҡыусылары өсөн беренсе дәрес программаһында шулай уҡ оҫталыҡ дәресе һәм коворкинг үҙәк буйлап экскурсия бар ине.
Башҡортостан райондарынан саҡырылған 10-11 класс уҡыусылары өсөн икенсе «Министр менән асыҡ дәрес» 21 сентябрҙә була.
http://www.bashinform.ru/bash/1355050/
Читайте нас: