Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Сентябрь 2019, 13:01

Тулы донъя нисек бушап ҡалды...

(Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең хәтер кисәһе)
Ф.Ю. ҮТӘБАЕВА, Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы
Сәхнә түренә шағирҙың портреты эленә, уның янына сәскә һалыу өсөн өҫтәл ҡуйыла. Экранда Мостай Кәримдең “Ҡоштар осорам” шиғырын уҡыған видеояҙмаһы күрһәтелә.
Моңһоу көй фонында егет менән ҡыҙ сыға һәм портрет янындағы өҫтәлгә ҡәнәфер сәскәләре һала.
Ҡыҙ.
Һәр көҙ һайын бөртөк кенә йылым
Эйәреп китте ҡоштар төркөмөнә.
Ҡоштар ҡайтты яҙын. Әйләнмәне
Минең ғүмеремдең бер көнө лә.
Егет. Хәйерле көн, күңелдәштәр! Мостай Кәрим ижадын, Мостай Кәрим әҙәбиәтен һөйөүселәр!
Ҡыҙ. Мостай Кәрим үҙе ҡәләмдәшен юғалтҡанда шулай тип яҙғайны:
Ергә киске эңер төшөп килгәндә,
Дуҫтар ҡайтып ултырҙылар бүлмәмдә.
Ҡараңғыла, һөртмәйенсә күҙ йәшен,
Берәү шул саҡ тыныс ҡына өндәшер:
– Арабыҙҙан тик бер кеше юғалды –
Ниндәй тулы донъя нисек буш ҡалды...
Егет. Тулы донъя нисек буш ҡалды... Мостай Кәримдең арабыҙҙа юҡлығына йылдар үтте. Унһыҙ бик ауыр. Әҙәбиәт, кешелек, беҙ йәшәгән дәүер етемһерәп ҡалды кеүек. Әммә халыҡ шағиры халыҡ күңелендә, рухында, йөрәгендә йәшәй.
Ҡыҙ. Өйөбөҙҙөң йәме юғалды. Шағир менән оло бер дәүер үтте. Тик мәңгелек беҙҙең менән ҡала. Мостай мәңгелеге! Бөйөк Мостай үҙе әйтмешләй, “Донъя һәм ил иҫән. Йән үлмәгән. Иртәгәгә кәрәк ынтылырға!”
(Башланғыс класс уҡыусылары шиғыр һөйләй.)
Егет.
Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,
Бер саҡ килер үлем – ят ҡунаҡ.
Ауһам ине шул саҡ, бәйгеләрҙә
Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ...
(Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы директоры сығыш яһай һәм шағир рухына бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан итә.)
Егет.
Мин үҙемә үҙем кәрәк түгел
Ғәмгә һала мине намым, даным.
Кәрәкмендер, бәлки, әле һеҙгә,
Башҡорт илендәге туғандарым.
Ҡыҙ.
Бик кәрәкһең беҙгә, ил ағаһы!
Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә
Ғүмер юлы тигән араны
Уҙған саҡта ла,
Юлдарыбыҙҙа аҙашмаҫ өсөн,
Йырҙарыбыҙҙа алдашмаҫ өсөн!
Кәрәкһең һин!
(Мостай Кәрим һүҙҙәре, Хисмәт Дәүләтов көйөнә яҙылған “Мин ҡабаттан тыуыр булһам...” йыры башҡарыла.)
Ҡыҙ. Әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәрим исеме һәр башҡорттоң, һәр Башҡортостан кешеһенең күңелендә ғорурлыҡ тойғоһо уята. Беҙ бәхетле: беҙ Мостайлы дәүерҙә, Мостайҙың замандаштары булып йәшәп ҡалдыҡ. Беҙ бәхетле: милләт, дәүерҙе, мәңгелекте үҙендә алып барырҙай Мостай Кәрим кеүек рухи пәйғәмбәребеҙ бар!
Егет.
Ергә һеңеп, бер саҡ мин тынырмын,
Диңгеҙ шаулар. Моңдар яңғырар.
Эй һөйөклөм!
Шул саҡ баш осома
Ҡара мәрмәр ҡуйма. Һорайым:
Яҙ еткәс тә, йәп-йәш ҡурай ултырт,
Көмөш суҡлы Урал ҡурайын.
Көҙгә тиклем үҫер, моңдар йыйыр,
Бер таң уны шундай уйнатыр:
Ҡәберемдән һикереп сығырмын да
Мин китермен ғаләм буйлатып...
(Ҡурайсы башҡорт халыҡ көйөн уйнай.)
Ҡыҙ. “Мин бар ижадым менән кешеләр тәбиғәт тарафынан һалынған изгелекте, яҡшылыҡты юғалтмаһындар, тип тырышам. Яуыздар минең китапты уҡып изгегә әйләнмәйәсәк. Ҡара күңеллеләрҙең күңелен яҡтырта алмаясаҡмын. Минең китапты рухтарында – иман, әҙәп, күҙҙәрендә яҡты нур булған кешеләр уҡый. Бына уларҙың күңеленә таяныс булғым килә минең”, – ти Мостай Кәрим.
Егет. Уның әҫәрҙәрен уҡып, ятлап алған уҡыусының да күңеле яҡшылыҡҡа, изгелеккә ынтыла. (Уҡыусы Мостай Кәримдең “Карусель” шиғырын һөйләй.)
Ҡыҙ. Мостай Кәрим ижады мөхәббәт менән, моң менән мөлдөрәмә тулы. Әҫәрҙең бер юлын уҡыу менән бар күңел шуға тартыла. Уның ижадының тылсым көсөн бер ни менән дә аңлатып булмайҙыр. Аңлатыу, ғөмүмән, мөмкинме икән?
Егет. “Тормош менән аралар боҙолған саҡтарҙа, көн яҡтыһы күҙгә күренмәҫ булғанда, ҡапыл иҫемә төшә: донъяла йыр бар бит әле. Тимәк, инанырға, сабыр итергә, йәшәргә кәрәк. Һуңғы ҡабым икмәгем, һуңғы йотом һыуым менән бергә һуңғы тапҡыр ишетер йырым булһа, үкенергә ҡалмаҫ, тип йыуанам”, – тине әҙип.
(“Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектакленән “Мәрәһим” йыры башҡарыла.)
Ҡыҙ. Мостай Кәримдең ошо һүҙҙәре тетрәндерҙе мине: “Мин ғүмер буйы төрлө ерҙәрҙә йөрөп, үҙебеҙҙең оҙон көйҙәрҙән дә тетрәндергес йыр ишеткәнем булманы. Быны иман китергәндәй әйтәм. Был турала яҙғаным да булды. Теге донъяла йырламаһалар, бик күңелһеҙ булыр. Ихлас әйтәм быны: күп нәмәне ҡалдырып китеүе ҡыйын буласаҡ был донъянан, ә бына йыр тороп ҡалыуы – айырыуса ҡыҙғаныс...”.
Егет. Шағир иң яратып тыңлаған башҡорт халыҡ йыры “Бейеш”те тыңлайыҡ! (Йыр башҡарыла.)
Ҡыҙ. “Һәр бер кеше бөтә кешеләр өсөн нимә булһа ла эшләргә тейеш. Шуға күрә һәр кем хәҙергенән мәңгелеккә күпер һала: бер-береңде аңлау күпере.” – ти шағирыбыҙ.
Егет.
Китеп барһам, ҡан-ҡәрҙәштәр, һеҙгә
Нимә ҡалдырам, тип ҡаңғырам.
Түп-түңәрәк ер ҡалдырам һеҙгә,
Сатнамаған ҡояш ҡалдырам.
Ҡыҙ.
Янып торған ут ҡалдырам һеҙгә,
Ағын һыу ҡалдырып китәмен.
Ер һәм ҡояш, ут йәнә һыу булғас,
Үҙегеҙ хәстәрләген бүтәнен.
Бына шуға өмөт итәмен...
Егет. Ошо васыятҡа тоғро ҡалайыҡ, замандаштар!
Ҡыҙ. Тормошто яратҡан шағир шулай яҙып, тыуған ерҙе, тәбиғәтте нәҡ үҙе ҡабул иткәнсә изгеләштереп, һаҡлап, берҙәмлектә, татыулыҡта матур йәшәргә, ғүмерҙең ҡәҙерен белергә саҡырғандыр. Бына шуны аңлаһаҡ ине.
Егет. Беҙ матур тормошобоҙ, таҙа күңелебеҙ, яҡтылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылып йәшәүебеҙ менән аҡһаҡалыбыҙ аманатына тоғролоҡто, уға ихтирамыбыҙҙы раҫларбыҙ.
Ҡыҙ. Бөйөк шағир арабыҙҙан китһә лә, уның күңел ҡояшы, яҡты рухы һәр саҡ беҙҙең менән!
Читайте нас: