Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Сентябрь 2019, 12:30

М. Кәрим вафатын ишеткәс

М. Кәрим вафатын ишеткәс
Буй еткеһеҙ ул бөйөк тә ине,
Һәм ябайы ине ябайҙың.
Һәр саҡ иҫтә, күңелдәрҙә ҡалыр
Бөҙрә башын ҡырыныраҡ һалып
Йылмайыуы Мостай ағайҙың.
Кемдәр кәңәш бирер халҡыма тип,
Төн үткәнсе башҡайҙарын эйеп,
Аҡ ҡайындар кинәт һарғайҙы.
Аҡыллы ла, фәһемле лә ине
Кәңәштәре Мостай ағайҙың.
Кемдәр килер уға алмашҡа тип,
Күңелемде һағыш талайҙыр.
Бейеклеккә саҡырыр йондоҙ ине,
Янып торған серле бер ҡуҙ ине
Бар ижады Мостай ағайҙың.
Һағышлы бер моң ағыла күктән
Бар тәбиғәт, гүйә һағайҙы.
Бөтә йыһан серле моңға тулды,
Һоҡландырғыс ошо йырҙай булды
Бар ғүмере Мостай ағайҙың.
Г.Ф. Шаһиева, «Башҡортостан уҡытыусыһы»
журналының бүлек мөхәррире
Читайте нас: