Бөтә яңылыҡтар
Новости
25 Сентябрь 2019, 11:25

Мостай Кәрим хаты

* КОНКУРС ** КОНКУРС * КОНКУРС *
МОСТАЙ КӘРИМ — ЙӨҘ ТАПҠЫР БЕҘҘЕКЕ!
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡытыусыһы Зөлфиә Тәлғәт ҡыҙы Шәрәфетдинова Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим тураһында күңелендә матур хәтирәләр һаҡлай.
"2001 йылдың мартында башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса республика олимпиадаһында ҡатнашҡан көн. Кисен Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына “Һүнмәһен-һүрелмәһен!” (Х.Зарипов) спектакленең премьераһына юлландыҡ. Аҡман-тоҡман бурандары үтеп, көн бер аҙ тынысланған мәл. Мостай ағайҙы тап ошо көндө, ошонда осратырға насип иткән икән.
Был ваҡиғанан күпкә алдараҡ, 6-сы класта уҡыған саҡта (1996 йыл), уҡытыусыбыҙ Наилә Миңлебай ҡыҙы Байбулдина бик матур ижади түңәрәк ойоштороп ебәргәйне. Беҙ, яҙыусыларға хаттар яҙып, фотоларын йыйып, мәктәп музейында бер мөйөш булдырҙыҡ. Мостай Кәримдең яҙған яуап хаты әле лә бер матур иҫтәлек булып һаҡлана", -- ти ул.
Читайте нас: